

Сара мәғариф бүлеге начальнигы Алһыу Салауат ҡыҙы Амакасованың сығышы менән башланып китте. Үҙ сығышында ул сығарылыш уҡыусыларын ихлас ҡотлап, артабан да ныҡышмал, эшһөйәр, алдынғы булыуҙарын теләне, бөтә уңыштарҙың да нигеҙе тырышлыҡта икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Киләсәктә ҙур өмөттәр бағлаған районыбыҙҙың лайыҡлы шәхестәре булыуҙарын теләне. Артабан, Алһыу Салауат ҡыҙы төбәк-ара үткәрелгән олимпиадаларҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән Ғәзизә Ҡолһарина һәм Ульяна Мамыкина аҡсалата премия менән бүләкләне. Шулай уҡ, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа һөҙөмтәле эшләгәне, йәш быуынды башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү тәрбиәләүҙә тос өлөш индергәне, башҡорт теле төбәк-ара олимпиадаһында еңеүсе әҙерләгәне өсөн башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Әнисә Әкрәм ҡыҙы Такаеваға рәхмәт хаты тапшырҙы.
Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Байсурин Айҙар Баязит улы сығарылыш уҡыусыларын ҡотлап, уҡыусылар менән ғорурланыуын белдерҙе һәм киләсәктә уларға уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр теләне. Шулай уҡ, белем иленә сабыр ғына оҙатып барған намыҫлы, ғәҙел, талапсан һәм изге күңелле гимназия педагогтарына, ун беренселәрҙең класс етәкселәре Әнисә Әкрәм ҡыҙы Такаеваға, Зөлфиә Дамир ҡыҙы Теүәлбаеваға, уҡыусыларҙың ата-әсәләренә рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп үтте.
Сығарылыш кисәһендә егет-ҡыҙҙарҙың кәйефе күтәренке ине, сөнки барыһы ла Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алды. Уларҙың унауһы ғүмерҙәрендәге тәүге юғары наградаға – «Уҡыуҙа айырыуса ҡаҙаныштары өсөн» алтын миҙалына лайыҡ булды. Улар – Алина Аҡҡужина, Анастасия Мамыкина, Ксения Кувшинова, Анна Щипакина, Ильяс Ҡаҙаҡҡолов, Ләйсән Мараканова, Ғәзизә Ҡолһарина, Ульяна Мамыкина, Алмас Солтанов, Анжела Горшенина тырыш һәм бар яҡтан һәләтле уҡыусылар. Әлеге наградаға егет-ҡыҙҙарҙың тырышлығы менән бер рәттән, балаларының һәр аҙымын хуплап, ҡыйын мәлдәрҙә терәк-таяныс булып тороусы ата-әсәләренең дә өлөшө һалынған. Бергәләшеп белем үрҙәрен яулаған уҡытыусыларының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Миҙал алыусылар араһында башҡорт гимназияһының сығарылыш уҡыусыһы Ғәзизә Ҡолһаринаның уҡыуҙа юғары һөҙөмтәләргә нисек ирешеүе менән ҡыҙыҡһынып үттек.
– Бәләкәйҙән тырышып уҡыным, бишенсе класҡа күскәс, киләсәк тураһында төплө уйлана башланым. Алда беҙҙе етди һынау – берҙәм дәүләт имтихандары көткәнен аңлай инем. Математика, география, башҡорт теле фәндәре менән ныҡлы ҡыҙыҡһындым. Имтихандарға килгәндә рус теленән – юғары балға тапшырҙым, ҡалған фәндәрҙән дә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәштем. Әлбиттә, минең был уңышымда тәүге уҡытыусым Мөнирә Марат ҡыҙы Иҫәнбаеваның, класс етәксем Әнисә Әкрәм ҡыҙы Такаеваның һәм башҡорт гимназияһы уҡытыусыларының өлөшө бик ҙур. Хөрмәтле уҡытыусыларыма матур кәңәштәре, хәстәрлектәре, ғәҙел баһалары, ҡыҙыҡлы дәрестәре, сикһеҙ һөйөүе өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Уларға тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә уңыштар юлдаш булыуын һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем. Алдағы киләсәктә Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға инергә тигән маҡсат ҡуйғанмын, Алла бирһә хыялдарым тормошҡа ашһын! – тип изге теләктәрен юлланы ул.
– Ниһайәт, еңел тын алдыҡ. Тәү сиратта, үҙебеҙҙең ғаиләбеҙ исеменән һәм ата-әсәләр исеменән Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыларына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Барыһының да еңел булмаған хеҙмәттәрендә сабырлығы һәм ныҡышмалылығы өсөн рәхмәт! Һаулыҡ, уңыштар, күтәренке кәйеф теләп ҡалабыҙ. Ҡыҙыма килгәндә инде ул бала саҡтан тырыш булды, китап уҡырға яратты. Һәр ваҡыт һүҙебеҙ, кәңәштәребеҙ менән ярҙам итергә тырыштыҡ, – ти ғорурланып Ғәзизәнең ата-әсәһе.
Рима апай башҡорт гимназияһын тамамлаған ейәнсәре Руфина Аллаберҙинаны ҡотларға Матрай ауылынан килеп еткән.
– Уҡыу йылдарында ейәнсәрем бар көсөн һалып, бик тырышып уҡыны. Имтихандарға ла етди әҙерләнде. Ҡыҙыбыҙға аҡ юл теләйбеҙ, уңыштар һәр ваҡыт юлдаш булһын, – тип теләй Рима апай.
Быйылғы сығарылыш уҡыусыларының күбеһе Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларындағы абруйлы юғары уҡыу йорттарына уҡырға барырға йыйына, ҡалғандары иһә Рәсәйҙең башҡа ҡалаларындағы һәм республика юғары уҡыу йорттарында уҡыуын дауам итергә уйлай.
Сығарылыш кисәһенең тамамлау өлөшөндә, ҡыҙҙар-егеттәрҙең үҙәк майҙанда «Йәштәр көнө» байрамы уңайынан һуңғы мәктәп вальсы менән сығыш яһауы барыһының да күңеленә үтеп инде.
Хушлашыуҙар ниңә ауыр икән?
Талмаҫ ҡанат бар бит иңдәрҙә!
Һау булығыҙ, беҙҙең изге йәндәр,
Һау бул мәктәп, һау бул уҡытыусым!
Һау бул, ҡыңғыраулы йылдарым!
Оло юлға бөгөн бына тағы,
Сыға йәш ҡыҙҙарың, улдарың!
Ҙур тормошҡа аяҡ баҫыусы ҡыҙҙар-егеттәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Уларға яҡты киләсәк, уңышлы башланғыстар, маҡсаттарының – изге, юлдарының –уң, теләктәренең тормошҡа ашыуын ысын күңелдән теләйбеҙ!
Евгений ВЕНИДИКТОВ фотолары.