Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Байрамдар
9 Июля 2025, 06:39

Йылайырҙар «Бесән туйы»на йыйылды

Борондан ауыл халҡы бесәнгә төшөү алдынан ҙур байрам үткәрер булған. Туғайҙа һарыҡ һуйып, матур мәжлескә туған-тыумаса, күрше-тирә йыйылған. Ҡалҡыуыраҡ урында түңәрәк ҡор яһап һөйләшкәндәр, доға уҡылған. Кемгә ниндәй ер бүлергә, нисек эшкәртергә, эшләргә - һәммәһе хаҡында кәңәшләшкәндәр. Бесәнгә төшөү көнөндә үләнде тота килеп саба башламағандар. Тәүҙә йырлап, бал балы менән һыйлашып мәжлес үткәргәндәр. Үләнде, ҡоштарҙы, ағастарҙы һыйлағандар, теләктәр әйткәндәр. Бер көн шулай үткән. Иртәгәһенә генә эшкә тотонғандар. Шулай итеп, бесән сабыр алдынан да, сабып бөткәс тә туғандар, ырыу-ара йыйылышып, байрам иткән. Ошо көндәрҙә Ҡашҡар менән Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе тарафынан ойошторолған «Бесән туйы» бәйгеһе, әйтерһең дә, ошо мәжлесте хәтерләтте.

Йылайырҙар «Бесән туйы»на йыйылдыЙылайырҙар «Бесән туйы»на йыйылды
Йылайырҙар «Бесән туйы»на йыйылды

Иртә менән «Таллыҡ» яланы йыр-моң, уйын-көлкөгә күмелде. Сара беренсе тапҡыр үткәрелеүгә ҡарамаҫтан халыҡ бик күп йыйылған ине. Байрамда район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов, хакимиәт башлығының агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса урынбаҫары Вадим Ғәлимулла улы Шәйәхмәтов, Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Мөхтәр улы Тотманов һәм Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы Зәйнуллина ҡатнашты. Шулай уҡ район халҡы, бәйгеселәр, тыуған яғын һағынған яҡташтар, саҡрылған ҡунаҡтар йыйылды.

Сараға килгән халыҡты район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов тәбрикләп: - Байрам ҡотло булһын, аралашып, ял итеп, еребеҙҙән көс-ҡеүәт алып ҡайтығыҙ. Иң мөһиме илебеҙгә тыныслыҡ килһен. Егеттәребеҙ ил һағынан иҫән-һау ҡайтһындар. Беҙҙең ошолай берҙәмлек саралары үткәрә алыуҙа уларҙың өлөшө ҙур, -тип изге теләктәрен юлланы.

Заман башҡа-заң башҡа тигәндәй, бөгөнгө көндә халыҡ бесәнде техника ярҙамында әҙерләй, әммә беҙ - ойоштороусылар быуындан-быуынға күсеп килгән боронғо матур йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәтләп иҫкә алып, шул ваҡытты һағынып йәшәгән ололарыбыҙҙың атай-әсәйле, үҫмер сағы һағыштарын бер аҙ баҫыу маҡсатында Рәүеф ағай Һеләүһенов башланғысы менән ошо сағыу, күркәм байрамды ойошторорға булдыҡ, - ти үҙ сығышында Ҡашҡар ауыл хакимиәте башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы.

Байрамда бесәнселәргә арналған шиғыр, «Иң тәмле сөсө икмәк», «Иң тәмле айран», салғы һаплау, таған аҫып сәй ҡайнатыу, бесән сабыу  конкурстары уҙғарылды. Ҡашҡар, Йомағужа мәҙәниәт һәм ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләгән концерт програмаһы, «Илһам» вокаль ансабле һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙың сығыштары ҡунаҡтарҙың күңелен дәртләндерҙе, байрам кәйефен өҫтәне. Уйындарҙа – хәрәкәт, хәрәкәттә – бәрәкәт,- тип юҡҡа ғына әйтмәгән халыҡ. Байрамға килгән балалар ҙа уйнап, көлөп, йырлап күңел астылар.

Конкурс һөҙөмтәләренә килгәндә шиғыр бәйгеһендә Хамматова Л.К. бернселекте алды, «Иң тәмле сөсө икмәк» номинацияһында Теләүшина Ә.Х. еңеүсе тип танылды. Ғәниева Зөһрә апайҙың айраны «Иң тәмле айран» булараҡ беренсе урынға сыҡты. Уның үҙенсәлекле айран эшләү ысулы менән гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡый алаһығыҙ. Салғы һаплау буйынса Әбделмәнов Г.Х. еңеү яуланы. Таған аҫып сәй ҡайнатыу бәйгеһендә иһә  Ишберҙе ауылынан Иҙелбаевтар ғаиләһенә етеүселәр булманы.

Бесән сабыу бәйгеһе лә бик ҡыҙыу барҙы. Әйтергә кәрәк, бесән сабыу бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙың йәше төрлөсә ине. Иң өлкән бесән сабыусы Сәғирә инәй Солтановаға – 82 йәш. Йәштәргә етеп булмаһа ла, иң мөһиме  – ҡатнашыуым, - ти инәй. Техника заманында йәштәрҙең салғы менән бесән саба белеүҙәренә һөйөнә ул.

Талапсан жюри бесән сапҡанда тиҙлекте генә түгел, сифатты ла баһаланы. Ниһайәт, бәйгенең еңеүселәре тип ир-егеттәр араһында Ҡотоев Ш.Ш. еңеүсе тип билдәләнһә, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Хамматова Л.К. урынға сыҡты.

Байрам юғары кимәлдә үтте. Милли йолаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу йәһәтенән үткәрелгән бәйге ҙур баһаға лайыҡ.

Ҡунаҡтар фекере:

Розалиә Мортаева. Өфө ҡалаһы. Рауф ағайымдың идеяһын хуплап ҡабул иткан Ҡашҡар менән Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе хакимиәтенә, матур байрамды ойоштороуҙа үҙ өлөшөн һалыусыларға, барыһына ла оло рәхмәттәремде еткерәһем килә. Ысынлап та, һәр кем нисек кенә ауыр булмаһын, ҡул менан бесан сапҡан саҡтарҙы һағынып йәшәй икән. Байрам бик ныҡ оҡшаны, әгәр киләсәк тә ошондай байрам матур йолаға әүрелеп китһә, мин бик шат булыр инем. Әсәйем Роза Аллабирҙе ҡыҙы рухына арнап ҡорбан салдырған Рәүеф ағайыма (сауаптарын насип итһен), килгән ҡунаҡтарҙы табын ҡороп, тәмле аш менан һыйлаусы Ҡыпсаҡ апайҙарына ҙур рәхмәт!

Әмина Рәмова: Вәскир ауылы. Бигерәк матур байрам булды! Исеме генә ней тора «Бесән туйы»! Күп туйҙарҙа булған бар, ләкин бындай туйҙа - беренсе тапҡыр! Ысынлап та үткәндәрҙе һағынып йәшәйбеҙ шул, әллә ниндәй замана тыуып китте, кешеләр ҙә нык үҙгәрҙе... Байрамда ҡатнашып, баласаҡты иҫкә төшөрөп, атайымдың 5 ҡыҙы бер - бер артлы теҙелешеп салғы менән бесән сабыуҙарҙы һағыныуыбыҙҙы баҫып ҡайттыҡ! Шул тиклем матур байрамды уйлап, ойоштороусыларға ҙур рәхмәтемде еткерәм

Автор:Айсылу Тулябаева
Читайте нас