

Рәсәйҙә почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы алдынан Йылайыр ауылының почта элемтәһе бүлексәһендә булдыҡ һәм уның хеҙмәткәрҙәре менән осраштыҡ. Һеҙ һүрәттә күргән мөләйем ханымдар бына инде тиҫтә йылдан ашыу Йылайыр ауылының почта элемтәһе бүлексәһендә почтальон булып эшләүсе Рәйсә Тотманова менән Фидәлиә Ураҙбаева булыр.
Һүҙ ҙә юҡ, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу осоронда, уны таратыуҙа почта хеҙмәткәрҙәренең роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Почтальондар үҙҙәре хеҙмәтләндергән ауылдарҙа һәр кемде яҡшы белә һәм уның рухи донъяһын, зауығын асыҡ күҙаллай. Шунан сығып, уларға ҡыҙыҡһынып уҡырлыҡ гәзит-журналды тәҡдим итә. Йәнә халыҡта теге йәки был баҫмаға ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн улар үҙҙәре лә ваҡытлы матбуғат өлгөләре менән танышып барырға, мәғлүмәтле булырға тейеш.
Һөнәри байрамдары уңайынан районыбыҙҙың барлыҡ почта бүлексәләре хеҙмәткәрҙәрен ҡайнар ҡотлайбыҙ, еңел булмаған эштәрендә уңыштар, һаулыҡ һәм улар менән беҙҙе, гәзитселәрҙе бәйләгән ныҡлы бәйләнеш сылбыры артабан да быуаттарға етерлек, һәр гәзит уҡыусыһын даими һөйөндөрөп торорлоҡ булһын тигән теләктә ҡалабыҙ!