

Башҡорт иҡтисади-хоҡуҡ техникумының бухгалтерия бүлеген тамамлап, ҡулына диплом алған йәш белгес хеҙмәт юлын Йомағужа ауылы совхозында бухгалтер булып башлай, ә һуңыраҡ ауыл советында шул уҡ йүнәлештә эшен дауам итә. Артабан эшкә талымһыҙ Ғәлиә Хәсәноваға почта элемтәһе бүлексәһендә начальник вазифаһын етәкләргә тәҡдим итәләр. Ихлас, алсаҡ күңелле, кеше менән аралашырға яратҡан Ғәлиә Мәхәмәҙей ҡыҙы был эшкә ҡуш ҡуллап риза була.
Тормошобоҙҙо почтаһыҙ күҙ алдына килтереүе бик ауыр. Интернет, электрон почта, мобиль элемтә булыуға ҡарамаҫтан, почта хеҙмәткәрҙәренең эше һанап бөткөһөҙ. Көнкүреш әйберҙәрен һатыу, электр энергияһы, газ, телефон, интернет өсөн төрлө түләүҙәр ҡабул итеү, гәзит-журналдарға яҙҙырыу, посылка ебeреү йәки алыу – быларҙың барыһын да Ғәлиә Мәхәмәҙей ҡыҙы үҙ иңендә үткәрә. Эше тынғыһыҙ һәм ауыр булыуға ҡарамаҫтан, ул бар күңелен һалып башҡара. Халык менән уртак тел табып эшләй. Барлыҡ кешегә лә – балаларға, өлкәндәргә лә ярай бела. Пенсионерҙарға, яңғыҙ кешеләргә айырым иғтибар бирә. Һәр береһе өсөн яҡшы һүҙ таба, берәүгә лә ярҙам итмәй ҡалмай. Тырыш, намыҫлы һәм эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙең эше етәкселек тарафынан билдәләнеп бара. Эшләү дәүере эсендә Ғәлиә Мәхәмәҙей ҡыҙы күп һанлы Маҡтау грамоталары hәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
– Коллегаларымды Рәсәй почтаһы көнө менән ҡотлайым, уларға һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләйем. Үҙемә килгәндә, эшемде ныҡ оҡшатып, яратып башҡарҙым. Ауылдаштар менән күп аралашыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡлы булды ул мәлдәр. Әммә ләкин, шуны әйтеп үтер инем, был өлкәлә эшләүселәрҙең хеҙмәте еңелдән түгел. Ул сыҙамлы, сабыр һәм кешеләргә ҡарата иғтибарлы булыуҙы талап итә. Егерме ике йыл эшләү дәүерендә бар ауыл халҡы үҙ туғанымдай яҡын булып китте. Оло йәштәгеләр өсөн психолог, төрлө һорауҙар буйынса консультант та булып китәһең ҡайһы саҡ. Ваҡытым тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы яуапһыҙ ҡалдырманым. Халыҡ та эшемдән һәр ваҡыт ҡәнәғәт булды. Ингән һәр-береһе изге теләктәрен теләп, үҙҙәренең хәлдәре тураһында ихлас уртаҡлашып сығырҙар ине. Һинең йөҙөңдән ҡот уйнап тора, почтаға килге килеп кенә тора тип әйтер ине, ауылым инәйе. Шул саҡтарҙы, ихлас, асыҡ күңелле кешеләрҙе әле булһа, һағынып иҫкә алам, – ти хеҙмәт ветераны.
Яратҡан эш – ярты бәхет булһа, ғаиләм минең өсөн һәр ваҡыт беренсе урында булды. Тормош иптәшем Йомағәле Хөснулхаҡ улы менән өс балаға ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә бирҙек, балаларыбыҙ өсөһө лә һөнәрле һәм ғаиләле, Аллаға шөкөр, – ти Ғәлиә инәй.
Ғәлиә Мәхәмәҙей ҡыҙы ғаиләһендә уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын һәм балалары өсөн донъялағы иң хәстәрлекле әсәй, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн яратҡан өләсәй һәм ҡартәсәй.
Хаҡлы ялдамын тип тик кенә ултырмай ул. Уңған ауыл ҡатындарына хас әүҙем тормош алып бара. Тормош иптәше менән баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк, гөл-сәскәләр үҫтерә, Хәсәновтар ишле итеп мал да көтә. Ауылда уҙған бер мәҙәни саранан да ситтә ҡалмай, «Ҡайтауаз» фольклор ансамбле етәксеһе лә булып тора. Ауылдың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, ауыл халҡы менән бергә ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй. Ҡул эштәренә лә бик әүәҫ, һуңғы йылдарҙа башҡорт милли биҙәүестәрен яратып башҡара ул. Аш-һыуға бик оҫта, яҡындарын тәмле аштары менән һыйларға ярата, балалары ҡайтҡан саҡтарында татлы ризыҡтарын бешереп ҡаршы ала, оҙатып ҡала.
Шулай уҡ Ғәлиә Мәхәмәҙей ҡыҙы махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашҡан яҡташ яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыуға ҙур теләк менән ҡушыла. Йомағужа ауылының «Ҡыпсаҡ сәләме» ирекмәндәр төркөмө менән берлектә яугирҙәрҙең иҫән-һау йөрөүҙәрен теләп, маскировка селтәрҙәре үреү, ҡорот, йәшелсәләрҙән тиҙ әҙерләнә торған аштар киптереү кеүек эштәрҙе башҡаралар.
– Иң мөһиме, донъяларыбыҙ имен, күк йөҙөбөҙ аяҙ булһын, махсус операцияла булған егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Беҙ уларҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, – тип изге теләктәрен теләй хеҙмәт ветераны.
Бына шулай, мәҡәлә геройына ҡарап, яратҡан хеҙмәтеңдән хаҡлы ялға сығыу, ғаиләң булыу ҙур бәхет икәнлегенә тағы бер тапҡыр инанаһың. Ғәлиә Мәхәмәҙей ҡыҙын һәм барлыҡ почта хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ. Барыбыҙға ла шулай эштәренә бар күңелен, тырышлығын һалып, тормош ҡыуаныстарына һөйөнөп йәшәргә яҙһын.