Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
6 Август 2025, 11:19

Илһөйәр уҡытыусы, әүҙем йәмәғәтсе

Патриотик рух ныҡлығын, сәләмәт тормош рәүешен маҡсат итеп ҡуйған яҡташыбыҙҙы уҡыусылары ла, ата-әсәләр ҙә һәм коллегалары ла хөрмәт итә. Ошо көндәрҙә Илназ Әмир улы һөнәри байрамын билдәләй!

Илһөйәр уҡытыусы, әүҙем йәмәғәтсе
Илһөйәр уҡытыусы, әүҙем йәмәғәтсе

Уҡытыусы – үҙе янып, бүтәндәргә яҡтылыҡ һибеүсе шәм, тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, педагог һөнәрен һайлағанһың һәм әле уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтәһең икән, ысынлап та, тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ, балаларҙы яратыу кәрәк. Шул саҡта ғына маҡсатыңа өлгәшәсәкһең.
Ә инде бөгөнгө уҡытыусы эшенең үҙ һөнәрендә барлыҡҡа килгән заманса технологиялар менән тығыҙ бәйле булыуы бер кем өсөн дә сер түгел. Заман алымдарын, әлбиттә, йәш уҡытыусылар тиҙерәк үҙләштерә һәм уҡыусылар өсөн дә, үҙҙәренән олораҡ булған коллегаларына ла улар өлгө булып тора. Шулай итеп, заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, ғүмерҙәрен был һөнәргә бәйләгән кешеләрҙең эше еңелдән түгел. Сөнки донъяларыбыҙ ҙа икенсерәк, балалар ҙа уға яраҡлашып, үткер, киң даирәле һәм тиктормаҫ. Улай ғына түгел, ата-әсәләр ҙә яңынан-яңы талаптар ҡуя. Дәүләтебеҙ ҙә уҡытыусыларға маҡсаттарҙы яңыртырға, бөгөнгө алымдар менән эш итергә ҡуша.
Әлеге яҙмабыҙ һигеҙенсе август көнө билдәләнәсәк Физкультурниктар көнө уңайынан булыр.
Бала саҡтан спорт менән дуҫ булған, уҡыуҙа ла тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән, артабанғы яҙмышын нәҡ физкультура уҡытыусыһы һөнәренә бағышлаған, ғөмүмән әйткәндә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға өлөш индергән, бөгөнгө көндә Иглин ауылының Данис Тикеев исемендәге дүртенсе мәктәбендә уңышлы эшләп йөрөүсе Һабыр ауылы егете Илназ Әмир улы Таһиров тураһында булыр. Йәмле Һабыр ауылының матур тәбиғәтен күреп, таҙа һауаһын һулап йәшәгән Илназ Гөлдәр Мәхәмәдйән ҡыҙы һәм Әмир Ишмырҙа улы Таһировтарҙың татыу ғаиләһендә тыуып үҫә. Баҫалҡы ла, бер үк ваҡытта тырыш та булған Таһировтарҙың эшһөйәрлеген, кешегә ҡарата
булған хөрмәтен тойоп үҫкән балалары ла бөгөн ата-әсәләре кеүек матур ғүмер итәләр. Илназ Әмир улы әсәһе юлынан киткән, Гөлдәр Мәхәмәдйән ҡыҙы ла күп йылдар дауамында мәғариф өлкәһендә эшләй, ул «Ләйсән» балалар баҡсаһы мөдире. Тырыш хеҙмәте, балаларҙы яратыуы нәҡ уның өлгөһөндә тәрбиәләнгәндер ҙә инде. Әмир Ишмырҙа улы иһә ауыл хужалығы өлкәһендә оҙаҡ йылдар ал-ял белмәй хеҙмәт итә. Мәҡәләбеҙ геройы 2006-2010 йылдарҙа Стәрлетамаҡ физик культура институтында уҡып ҡулына диплом ала, һәм һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, уҡытыусылыҡ эшен башлай. Бөгөн ул бар тырышлығын һалып физкультура уҡытыусыһы һәм директор урынбаҫары булып эшләй. Шулай уҡ бөтә Иглин районы буйынса шайморатовсылар хәрәкәте менән етәкселек итә.
Патриотик рух ныҡлығын, сәләмәт тормош рәүешен маҡсат итеп ҡуйған яҡташыбыҙҙы уҡыусылары ла, ата-әсәләр ҙә һәм коллегалары ла хөрмәт итә. Яратҡан класс етәксеһе булараҡ та билдәлелек яулаған Илназ Әмир улы уҡыуҙа, спортта, мәктәп тормошонда һәр ва-ҡыт алдынғы уҡыусыларҙан торған шайморатовсылар класын етәкләй. Уҡыусылары бер ерҙә лә һынатмай. Төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнаша. Ә бына уның дәрестәрен һәр уҡыусы ярата. Кем яратмаһын инде физкультураны, йүгерергә, һикерергә, шаярырға әҙер генә торған балалар өсөн ысын мәғәнәһендә ял дәресе бит инде ул. Шулай ҙа балаларҙың көсөн, дәртен дөрөҫ юҫыҡҡа йүнәлтеү, спортҡа һөйөү тәрбиәләү Илназ Әмир улы кеүек физик тәрбиә биреү буйынса махсус белеме булғандарҙың ғына иңендә ята. Шуныһы ҡыуаныслы – һуңғы йылдарҙа сәләмәт тормош алып барыу модаға инде. Физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүсе халыҡ һаны арта бара.
Балаларҙы ғына түгел, хатта оло быуын вәкилдәрен дә спортҡа һәм һау-сәләмәт тормош рәүешенә йәлеп итеү өсөн күп шарттар булдырыла. Ә Илназ Әмир улы кеүек уҡытыусыларҙың төп маҡсаты – яратҡан спорт төрө менән етди, даими шөғөлләнеү һәм төрлө дәрәжәләрҙә үткән ярыштарҙа ҡатнашыу булып тора. Интернет селтәрҙәрен күҙәтеп барыусылар Һабыр ауылында тыуып үҫкән Илназды, бәлки, танығандарҙыр ҙа. Эйе, тап ана шул ауылы өсөн янып көйгән, унда ҡайтып ағайҙары, дуҫтары, яҡындары һәм ауылдаштары менән берлектә төрлө өмәләр, изге ниәттәр һәм спорт уйындарынан торған бәйгеләр ойоштороп йөрөгән Илназ бит ул! Бар ергә лә өлгөр булған ир-уҙаман кәләше Юлиә менән бер ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Тыуып үҫкән ерҙәренә ҡайтып ярҙам итергә, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашырға ваҡыт табалар. Үткән йыл Һабырға ҡайтып булдыҡлы егет махсус хәрби операцияһы зонаһында йөрөүсе яҡташтарына арнап ҡорбан ашын да ойошторған. Быларҙың барыһы ла, әлбиттә, уның ауылдаштарының ярҙамы, берҙәмлек көсө менән үтте тип билдәләй ул. Ойоштороу эшендә һәр ваҡыт ярҙам иткән дуҫтарына, ауылдаштарына рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерә.
Яҡташыбыҙҙың ярҙамсыл булыуы, туғандарының, ғаиләһенең ҡәҙерен белеүе, башҡаларҙың хеҙмәтен хөрмәт итеүе, ҡуйған маҡсаттарына яуаплы, үҙ еренең патриоты булыуы – барыһы ла уға атаһынан килгән.
Мәҡәләбеҙ геройы тураһында тағы ла әллә күпме яҡшы һүҙҙәр яҙырға була. Шулай ҙа респуб-ликабыҙҙа уның кеүек маҡсатлы, алдынғы ҡарашлы, изге күңелле ир-егет уҡытыусыларҙың кә-мемәүен теләге килә. Илназ Әмир улы кеүек уҡыусылары өсөн өҙөлөп торған, яҡташтары именлеген хәстәрләгән егеттәр күп булһын ине. Беҙ инде үҙ сиратыбыҙҙа Илназ Әмир улына еңел булмаған яуаплы эшендә ҙур уңыштар, ғаиләһенең, яҡындарының ярҙамын тойоп, оҙаҡ йылдар именлектә йәшәүен теләйбеҙ һәм һөнәри байрамы менән ҡотлайбыҙ!

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

Илһөйәр уҡытыусы, әүҙем йәмәғәтсе
Илһөйәр уҡытыусы, әүҙем йәмәғәтсе
Илһөйәр уҡытыусы, әүҙем йәмәғәтсе
Илһөйәр уҡытыусы, әүҙем йәмәғәтсе
Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас