Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
21 Август 2025, 15:40

Район – юбилейын билдәләй, район үҙәге тыуған көнөн билдәләне!

1748 йылда нигеҙ һалынған Йылайыр ауылы 19 августа, христиандарҙың Преображение Господне байрамында, үҙенең тыуған көнөн ҡаршыланы. Ә Йылайыр районы, Башҡортостан составындағы административ-территориаль берәмек булараҡ, тап бөгөн, 1930 йылдың 20 авгусында ойошторола. Шулай итеп, быйыл туған районыбыҙға – 95, ә Йылайырға 277 йыл тулды. Ошо уңайҙан беҙҙең хәбәрсебеҙ Йылайыр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Александр Годуленко менән әңгәмәләште.

Район – юбилейын билдәләй, район үҙәге тыуған көнөн билдәләне!
Район – юбилейын билдәләй, район үҙәге тыуған көнөн билдәләне!

– Александр Геннадьевич, байрам саралары программаһы тураһында бер нисә һүҙ әйтеп китһәгеҙ...
– Тантана 23 август көнөнә планлаштырылған. Әйтергә кәрәк, программа буйынса бик күп саралар үткәреү ҡаралған. Тап ошо көндәрҙә беҙҙең районда республика кимәлендәге мәҙәни проект – завод биләмәләре фольклор коллективтары конкурсы уҙасаҡ. Һәм был матур сара байрамыбыҙҙың үҙенсәлекле сағыу биҙәге буласаҡ. Ул көндөҙ мәҙәниәт йорто янындағы майҙансыҡта үтәсәк, ә финалсылар кискеһен үҙәк майҙанда гала-концертта сығыш яһаясаҡ. Патриотик йүнәлештәге саралар ҙа буласаҡ – махсус хәырби операция зонаһында һәләк булған яҡташ яугирҙәребеҙгә таҡтаташтар асыласаҡ, яңы христиан зыяраты янында төҙөлгән Георгий Победоносец часовняһын изгеләндереп, рәсми асыу тантанаһы уҙасаҡ. Бынан тыш төрлө спорт саралары ойоштороласаҡ, халыҡ оҫталары күргәҙмәләре эшләйәсәк. Хеҙмәт алдынғылары, районды үҫтереүгә тос өлөш индергән әүҙем йәмәғәтселәр, “Өлгөлө йорт” конкурсы еңеүселәре айырым билдәләнәсәк.
– Йола буйынса беҙ Ауыл көнөндә уның социаль-иҡтисади үҫешен байҡайбыҙ, төҙөкләндереү эштәренә йомғаҡ яһайбыҙ. Быйыл был йәһәттән нимәләр эшләнде, яҡын киләсәккә пландарығыҙ менән дә уртаҡлашһағыҙ ине...
– Йылайыр ауылы халҡы, айырыуса сит өлкәләрҙән тыуған яҡтарына ҡайтыусы ҡунаҡтар, һуңғы йылдарҙа район үҙәгенең бик ныҡ үҙгәреүен билдәләй. Бар иғтибарҙы, әлбиттә, беҙҙең төп ғорурлығыбыҙ – реконструкцияланған Спас-Преображен храмы йәлеп итә. Бүтән иҫтәлекле һәм кеше күп йөрөгән урындар, мәҫәлән, төҙөкләндерелгән яр буйы, “Сауҙагәрҙәр урамы”, ял паркы – уларҙың барыһы халыҡ тарафынан тик ыңғай баһа алды.
Был обьекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу туристар һанын һанын күпкә арттырҙы һәм төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә шәхси бизнесты үҫтереүгә этәргес бирҙе: беҙҙә яңы ҡунаҡханалар һәм ҡунаҡ йорттары, кафелар асыла башланы. Бөгөн Йылайырға килеүселәр тәбиғәт матурлығына һоҡланып ҡына ҡалмай, ә экскурсоводтар оҙатыуында тарихи һәм иҫтәлекле урындар менән таныша, заманса шарттарҙа рәхәтләнеп ял итә.
Урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар өсөн барлыҡ уңайлыҡтарҙы булдырыу буйынса маҡсатлы эш дауам итә. Мәҫәлән, быйыл «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса Голубцов урамы, үҙәк тыҡрыҡ буйлап Киров урамына тиклем һәм уның буйлап урамдың башына тиклем тротуар зонаһы төҙөлөшө тамамлана, унда яр буйына һәм быуаға ҡараған ҡунаҡхана урынлашҡан. Тротуарҙар буйлап фонарҙар һәм сүп-сар өсөн өс контейнер майҙансығы ҡуйылған. Киләһе йылда ауыл халҡы был программа сиктәрендә Преображенск баҡыр иретеү заводы биләмәһен төҙөкләндереү өсөн тауыш бирә. Шул уҡ ваҡытта һүҙ тап эргә-тирәләге территория тураһында бара. Завод бинаһына килгәндә, бында уның артабан емерелмәүенә юл ҡуймау өсөн саралар күрергә кәрәк. Әммә бының өсөн тейешле программаға эләгеү зарур. Проект әле әҙерләнеү стадияһында.
Кешеләргә лайыҡлы тормош шарттары булдырыу йәһәтенән тағы бер мөһим эш булып күп фатирлы йорттар биҫтәһендәге иҫке һыу үткәргесте алмаштырыу тора, шәхси йорттарҙы яңы һыу үткәргескә тоташтырыу дауам итә. Йыл һайын урамдарҙың юл япмаһы ремонтлана. Быны барыһы ла яҡшы күреп тора.
– Район үҙәге урамдарын яҡтыртыу проблемаһы хәл ителмәгәндәр исемлегендә ҡала килә. Был мәсьәләлә ниндәй үҙгәрештәр бар?
– Урамдарҙы яңыртыу һәм яҡтыртыуҙы яҡшыртыу йәһәтенән Йылайыр халҡына етди дәғүә белдерергә теләйем. Ике йыл рәттән беҙ был мәсьәләне Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашып хәл итергә тырыштыҡ. Әммә шулай килеп сыҡты, алдан һәм йомғаҡлау йыйылыштарына ла беҙ кәрәкле һанда кешеләрҙе йыя алманыҡ. Ниндәйҙер аңлайышһыҙ пассивлыҡ. Һөҙөмтәлә ике тапҡыр ҙа конкурсты үтеү өсөн саҡ ҡына балдар етмәй. Киләсәктә ауыл халҡы ППМИ буйынса йыйылыштарҙа әүҙемерәк ҡатнашыр тип ышанам, сөнки был программа иң көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирә.
Әммә урам яҡтылығын яҡшыртыу буйынса эш, булған мөмкинлектәрҙән сығып, туҡтамай. Әйткәнемсә, 16 фонарь яңы тротуарҙар янында ҡуйылды. Эшҡыуарҙар ағалы-ҡустылы Николаевтар ярҙамында Твердышев һәм Преображенская урамдарында хәҙер кистәрен көндөҙгө кеүек яҡты. Берҙәм тырышлыҡ менән Дилмөхәмәтов урамында ун фонарь ҡуйылды. Йыл аҙағына тиклем Пушкин урамында – Үҙәк район дауаханаһынан баҙарға тиклем, ауыл хужалығы министрлығы программаларының береһе буйынса фонарҙар ҡуйыу планлаштырыла. Әммә, ҡабатлайым, халыҡтан тейешле әүҙемлек булғанда, күберәк эшләргә мөмкин ине.
– Әлеге ваҡытта Йылайырҙа ял итергә яраҡлы урындар байтаҡ, әммә кешеләрҙең был инфраструктураға ошоға тиклем мөнәсәбәте бик һаҡсыл булманы. Был йәһәттән ниндәйҙер ыңғай үҙгәрештәр бармы?
– Был хаҡта байрамда һөйләргә теләмәҫ инем, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәлдең яҡшырмауын танырға тура килә. «Сауҙагәр урамындағы» сүп-сар тауҙары йәштәрҙең киске йөрөүҙәренән һуң ғәҙәти күренеш. Эскәмйәләрҙе ваталар, сүп-сар һауытын әйләндерәләр. Йәмәғәт урындарында үҙ-үҙеңде тотоу мәҙәниәте юҡ кимәлендә. Хатта нимәнелер һындырыу өсөн үҙҙәре менән төрлө ҡулайламалар алып йөрөйҙәр. Һәм, шуға айырым баҫым яһайым: быны урындағы халыҡ эшләй. Ҡасан был йәмһеҙ күренешкә сик ҡуйылыр, белмәйем. Күп тапҡырҙар әйткәнем булды, һәм тағы бер тапҡыр ҡабатлай алам: әгәр беҙ көн дә тиерлек бына ошондай “төнгө батырлыҡтарҙың” эҙемтәләрен бөтөрөү менән шөғөлләнмәһәк, ауылды төҙөкләндереү буйынса әллә күпме эштәр башҡарырға мөмкин булыр ине.
– Байрам уңайынан халыҡҡа һәм ҡунаҡтарға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Беҙҙең Йылайырыбыҙ – бик үҙенсәлекле урын. Дөйөм тырышлыҡ менән беҙ уны үҙебеҙ өсөн уңайлыраҡ һәм ҡунаҡтар өсөн ҡыҙыҡлыраҡ итә алабыҙ. Иң мөһиме – үҙ идеяларыңды тормошҡа ашырыу теләге һәм ныҡышмалылыҡ. Был йәһәттән барыһына ла яңынан-яңы уңыштар һәм аныҡ һөҙөмтәләр теләйем.
– Рәхмәт, Александр Геннадьевич, яуаптарығыҙ өсөн.
Әңгәмәне Евгений Гордов алып барҙы.

Евгений Гордов фотолары.

Район – юбилейын билдәләй, район үҙәге тыуған көнөн билдәләне!
Район – юбилейын билдәләй, район үҙәге тыуған көнөн билдәләне!
Район – юбилейын билдәләй, район үҙәге тыуған көнөн билдәләне!
Район – юбилейын билдәләй, район үҙәге тыуған көнөн билдәләне!
Автор: Зубаржат Гидиатова
Читайте нас