Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Октябрь 2025, 14:46

Бөгөн – Халыҡ-ара ололар көнө

Рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлаусы быуынОлолар көнө айҡанлы үҙебеҙҙең Һултантимер ауылының ғорурланырлыҡ, өлгө алырлыҡ ағинәйҙәре хаҡында яҙып үткем килә. Һүҙем Ғәлиәкбәрова Мәрғизә Шәһишәриф ҡыҙы һәм Ғәлиәкбәрова Гөлъямал Сәғәҙей ҡыҙы хаҡында.

Бөгөн – Халыҡ-ара ололар көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара ололар көнө

Мәрғизә Шәһишәриф ҡыҙы Ғәлиәкбәрова Вознесенск ауылында тыуған. Бала сағы йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан иң боронғо ауылдарҙан һыналған Юлдыбай ауылында үткән. Стәрлетамаҡта юғары уҡыу йортон тамамлап йүнәлтмә буйынса күрше Һултантимер ауылына эшкә ҡайта. Буласаҡ тормош иптәшен дә тап ошонда осрата Мәрғизә Шәһишәриф ҡыҙы. Рәхимйән Ғәббәс улы менән өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Балалары күптән инде үҙҙәре атай менән әсәй, һөйөклөләрен ҡартатай менән өләсәй итеп ҡыуандырғандар. Мәрғизә Ғәлиәкбәрова 2017 йылдан ауылыбыҙа эшләп килгән ағинәйҙәр ойошмаһына йөрөй, ойошманың иң әүҙем ағзаларының береһе. Ҡулынан килмәгән эше юҡ Мәрғизә апайҙың бәйләй ҙә, матур итеп балаҫтар ҙа һуға, сигеү эшенә лә оҫта. Ауылыбыҙҙың моңло һандуғасы ла ул.


Ойошмабыҙҙың тағы ла бер йөҙөк ҡашы булған ағинәйебеҙ Гөлъямал Сәғәҙей ҡыҙы Ғәлиәкбәрова сығышы менән Һултантимер ауылынан. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Сибай ҡалаһында һөнәрселек училищеһында тегенсе һөнәренә уҡый. Ҡулына диплом алған йәш ҡыҙ бер аҙ ситтә эшләп алғандан һуң тыуған ауылына ҡайта. Ошо ауыл егете Әхәт Айса улы менән матур ғаилә ҡоралар, ике ул үҫтереп оло тормош юлына сығарлар. Бөгөнгө көндә Гөлъямал Сәғәҙей ҡыҙы биш ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй. Ойошмабыҙҙың әүҙем ағзаһы. Һыпран күлдәк тегеүҙе үҙләштереп ойошманың башҡа ағзаларына ла өйрәткән ағинәй башҡа ҡул эштәренә лә оҫта. Нимәгә тотонһа ла еренә еткереп башҡара.

Зәкиә ҠЫЛЫСОВА.
Һултантимер ауылы

Бөгөн – Халыҡ-ара ололар көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара ололар көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара ололар көнө
Автор: Розалия Такалова
Читайте нас