Күп балалы ғаилә көнө.
Уны йыл һайын 21 декабрҙә билдәләйәсәктәр.
Халыҡ иҫәбен алыуҙың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса республикала күп балалы ғаиләләр һаны – 59 мең. Был ғаиләләрҙә – 192 мең бала. Дәүләт бындай ғаиләләргә ярҙам күрһәтә һәм наградалар тапшыра:
⚬ “Әсәлек даны” миҙалы менән 5 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәләр бүләкләнә
⚬ “Ата-әсә ҡаһарманлығы” билдәһе менән ғаилә йолаларын һаҡлаған һәм әҙәпле балалар тәрбиәләгән ата-әсә бүләкләнә. 2014 йылдан башлап уны 67 ғаилә алған.
⚬ “Атай ҡаһарманлығы” премияһы менән күп балалы атайҙар бүләкләнә. Был йәмәғәтселек бүләге, уға 200-ҙән ашыу атай лайыҡ булған. Бүләкләнеүселәр араһында – МХО-ла ҡатнашыусылар, герой аталар һәм активистар.
Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, яңы байрам республикала ғаилә ҡиммәттәрен нығытырға һәм ғаиләләргә ярҙам күрһәтергә булышлыҡ итәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт – ведомствоның сайтында: vk.cc/cPXELZ
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан