Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
15 Октябрь 2025, 07:10

Беҙ бит ауыл ҡыҙҙары...

Хөрмәтле ауыл ҡатын-ҡыҙҙары! Һеҙҙе 15 октябрь — Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Беҙ бит ауыл ҡыҙҙары...
Беҙ бит ауыл ҡыҙҙары...

Сәләмәтлек, оҙон ғүмер, балалар һәм ғаилә ҡыуанысы, шатлыҡтарға төрөнгән көндәр теләйбеҙ! Ябай ҙа һеҙ, эшсән дә һеҙ, Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары! Данлай белһен, гел яратһынҺеҙҙе илдең улдары!
Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға, ауылдарыбыҙға йәм һәм йән биреүсе әсәй-өләсәйҙәребеҙгә, апай-һеңлеләребеҙгә, туғандарыбыҙға һәм яҡындарыбыҙға һәм ғөмүмән, барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға арнап яҙған шиғри юлдарҙы бүләк итеп алығыҙ!

Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө 2008 йылдан бирле билдәләнеп килә. Был датаны булдырыу идеяһы 1995 йыл БМО-ның Пекинда үткәрелгән ҡатын-ҡыҙҙар конференцияһында барлыҡҡа килә һәм 12 йылдан һуң ғына рәсми рәүештә раҫлана.


Был көндөң маҡсаты – ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының еңелдән булмаған хәленә иғтибарҙы йүнәлтеү, шулай уҡ уларҙың аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт индустрияһына индергән хеҙмәт өлөшөн лайыҡлы баһалау, тип әйтелә ошо туралағы документтарҙа. Ысынлап та, бөгөнгө көндә ауылда йәшәү – үҙе бер батырлыҡ, тип әйтер инем мин. Бөтөн донъя ҡатын-ҡыҙҙарының сирек өлөштән ашыуы ауыл ерҙәрендә йәшәй. Ҡала халҡын аҙыҡ-түлек һәм үҫемлекселек сеймалы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеп тороу мәсьәләһе улар ҡулына ҡалдырылған. Уйлап ҡараһаң, улар етештергән ит, һөт, икмәк, йәшелсә-емеш һәм башҡа төр аҙыҡ-түлек менән магазин кәштәләре көн дә тулып тора. Ошо факт ҡына ла ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының хеҙмәт ҡаһарманлығы тураһында һөйләмәйме ни? Бынан тыш, улар бөткөһөҙ йорт хужалығы мәшәҡәттәре, ғаилә ҡарау хәстәрлектәре менән дә мәшғүл. Ҡатын-ҡыҙ ҡулы теймәгән, уның әсәлек наҙынан мәхрүм йортта тормош та һүнә, ҡотһоҙлоҡ хөкөм һөрә. Ҡояшыбыҙ кеүек көләс, Еребеҙ кеүек йомарт, фәрештәләй изге йөрәкле ҡатындар тотоп тора ауыл тормошон (ир-егеттәр бер үк үпкәләмәһен).


Юҡҡа ғынамы ни, туйындырыусы ла, һыйындырыусы ла еребеҙҙе, ололоҡлап, Ер-әсә, тибеҙ… Элгәрерәк тә, техника үҫешкән бөгөнгө заманда ла ауыл ҡатын-ҡыҙы образы Ер-әсәбеҙҙән айырылғыһыҙ. Дәһшәтле һуғыш йылдарында ауыл ҡатындары һабан артына баҫып, бураҙна ярҙы, тылда төп кеше булып, бөтөн фронтты аҫыраны. Ә колхоз-совхоз йылдарын иҫкә төшөрһәк? Тотош ауыл хеҙмәтсәндәренең фиҙаҡәрлеге, ҡаһарманлығы булып балҡыны ул саҡтағы хеҙмәт йондоҙҙарыбыҙ. Ауылда тыуып үҫкән легендар яҙмышлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың да бик күптәре һаман да хәтерҙә. Бөгөн дә бар ундайҙар. Колхоз-совхоздар бөтөрөлһә лә ауылда тормош дауам итә. Уңған ауыл һылыуҙары бөгөн дә һыйыр һауа, йәшелсә емешен дә үҫтерә, эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнә. Был бурысты бер кем дә төшөрмәне улар иңенән. Ул ғына ла түгел, икмәк менән генә туҡ булып булмай, тигәндәй, ауылдың рухиәт торошо ла ана шул уңған, өлгөр, талантлы ҡатын-ҡыҙ хәстәрендә. Шуныһы шатлыҡлы: һуңғы йылдарҙа улар тырышлығы менән ауылдарыбыҙ рухи күтәрелеш осоро кисерә: ағинәйҙәр хәрәкәттәре ауыл тормошона өр-яңы һулыш өҫтәне.
Бирһен Хоҙай, үҙ еребеҙҙә ана шундай ысын хужабикәләр барҙа, йәшәр, сәскә атыр ауылдарыбыҙ ҙа.


Яҙманы дауам итеп хөрмәтле ауылдаштарҙы Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө менән һәм эшкә уңған, өлгөр, ауылдан бер ваҡытта ла ситкә китмәгән, ерегеп үҙ ауылында йәшәүселәрҙе тәбрикләйбеҙ.
Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы исемләп яҙа башлаһаң күпкә китә, шуға күрә уҡыған ваҡытта, һәр берегеҙ минең турала яҙғандар бит, тип шатланып ҡабул итегеҙ.
Күпме яҙмыш, шунса тарих... Йәшлектәрен генә түгел, ғүмерҙәрен ауылға бәйләгән, хәҙер инде өлкәнәйеп барған апайҙар, еңгәләр, инәйҙәр әле лә дәртләнеп ауыл тормошон алып баралар: иртүк тороп һыйыр һауыу, мейес яғыу, балаларын мәктәпкә, һуңынан инде ҡалаға оҙатыу... Ә хәҙер бәхетле әсәй, хәстәрлекле өләсәй булып
уларҙы ҡаршы алыу...


Ауыл ҡатын-ҡыҙының күңеле хислерәк, дәртлерәк һәм, әлбиттә, киңерәк. Йәшерәк быуын ауылдаштары үткәргән мәҙәни сараларға ихлас йөрөй, өмәләрҙән дә ситтә ҡалмайҙар. Өмәләрҙе ойоштороусы, клубта һәр төрлө мәҙәни саралар үткәреүсе ҡыҙҙарыбыҙ хаҡында ла әленән-әле яҙып торабыҙ. Ауыл ҡатын-ҡыҙы – ул үҙе бер төпһөҙ хазина, бәрәкәт, рух байлығы, ауылдың ҡото, йәме!

Фотола Бөрйән районында тыуып үҫкән Йылайыр районы килендәре.

Автор:
Читайте нас