Сарала Башҡортостан Республикаһының һанлы үҫеш һәм дәүләт идаралығы министрлығы министры урынбаҫары Р. Р. Таипов, Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты Э. Х. Ниғмәтуллин, район хакимиәте башлығы Б. Н. Мелкоедов, район Советы рәйесе Г.В. Туленков, райондың почетлы граждандары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, производство алдынғылары, предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре, ветерандар, МХО яугирҙәренең ата-әсәләре һәм яҡындары ҡатнашты.
Тантаналы сарала Республиканы үҙ хеҙмәте менән данлағандарға дәүләт наградалары, район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Күп балалы әсәләр - Гүзәлиә Исҡужина менән Ольга Шитова “Әсәлек миҙалы”на лайыҡ булды. Мәртәбәле награданы биш бала тәрбиәләгән әсәләргә район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов тапшырҙы.
Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, мәҙәниәт һарайының үҙешмәкәр коллективтары тантаналы йыйылышта ҡатнашыусыларҙы рухлы йыр -бейеүҙәре һәм ҡурай моңдары менән ҡыуандырҙы.