Урал аръяғы агроинженерия колледжы студенттары һәм уларҙың уҡытыусылары «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» тигән лозунг аҫтында бик ҙур эш башҡарған. Үҙҙәрен ирекмән тип һанаған беренсе курс егеттәре – И.Әбсәләмов, В.Солтанов, И.Хәйруллин, класс етәкселәре Р.А.Моталлапова һәм слесарь Б.Г.Әбсәләмов етәкселегендә бөтәһе 110 блиндаж шәпдәре әҙерләгән.
Был шәмдәрҙең махсус урында йөрөгән яугирҙәребеҙгә бик кәрәкле булыуын барыбыҙ ҙа белә, сөнки уның менән аҙыҡты йылытырға, аяҡ кейемдәрен киптерергә, ҡулдарҙы йылытып алырға, ҡар иретергә һәм башҡаларҙы эшләргә мөмкин... 2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде. Тап ошо темаға ярашлы эшләнгән был изгелек өсөн ҙур сауап алған һәм киләсәгебеҙ өсөн тырышып был шәмдәрҙе булдырырға ярҙам иткән егеттәргә һәм уларҙың уҡытыусыларына ҙур рәхмәт әйтәбеҙ.
Фото интернет селтәренән алынды.