Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
5 Февраль , 09:54

Радий Хәбиров һәләк булған егеттәрҙең яҡындары менән осрашты

4 февралдә Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған Ринат Сәйфетдинов, Рәсүл Хибәтуллин, Ғәҙел Иҫәнгилдин, Булат Буранғолов, Айса Сәлимов, Илмар Муралеевтарҙың яҡындары менән осрашты.  

Радий Хәбиров һәләк булған егеттәрҙең яҡындары менән осрашты
Радий Хәбиров һәләк булған егеттәрҙең яҡындары менән осрашты

Төбәк етәксеһе һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә, тормош иптәштәренә, балаларына ысын күңелдән ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм Шайморатов генерал ордендарын тапшырҙы.

– Егеттәр Тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан итте. Уларҙың һәр береһе үҙ бурысын аҙағына тиклем үтәне. Ысын геройҙар, һәм беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ – улар хаҡындағы хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлау, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ ысын ир-егеттәр, патриоттар, Ватан һаҡсылары тәрбиәләгәнһегеҙ. Улдарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ улар хаҡында онотмабыҙ, исемдәрен мәңгеләштерербеҙ, ғаиләләрен һәм балаларын хәстәрлек, иғтибар менән солғап алырбыҙ.

Башҡортостан Башлығы Республика кардиология үҙәгендә махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ата-әсәләре өсөн һауыҡтырыу һәм реабилитациялау программаһы әҙерләнеүен иҫкә төшөрҙө.

– Үҙегеҙҙе һаҡлауығыҙ, һаулығығыҙ тураһында хәстәрлек күреүегеҙ мөһим, күптәрегеҙгә ейәндәрегеҙҙе тәрбиәләүҙә ярҙам итергә кәрәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Һәм, әлбиттә, һәләк булған егеттәребеҙҙең ғаиләләренә ярҙам итеү – муниципалитет башлыҡтарының төп бурысы. Улар һеҙҙең менән һәр ваҡыт бәйләнештә булырға, сараларға саҡырырға, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә тейеш.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: