Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Барыһы ла Еңеү өсөн
5 Февраль 2025, 08:25

Һәйкәл эшләүҙә һеҙ ҙә ҡатнаша алаһығыҙ!

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды һәм Мәскәү финанс-юридик университеты махсус хәрби операция геройҙарына арналған һәйкәл эскиздарының Бөтә Рәсәй конкурсына старт бирҙе.

Конкурста профессиональ рәссамдар, скульпторҙар, архитекторҙар, МХО ветерандары, шулай уҡ ҡыҙыҡлы идеялары, МХО геройҙарына һәйкәл ниндәй булырға тейешлеге тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашырға теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Шәхсән һәм коллектив эштәр 2025 йылдың 28 февраленә тиклем Федераль ҡаҙналыҡтың рәсми сайтында https://roskazna.gov.ru/konkurs_eskizov/ ҡабул ителә.
Еңеүселәрҙе һәм дипломанттарҙы конкурсты ойоштороусылар, монументаль һәм һынлы сәнғәт профсоюздары вәкилдәре ингән комиссия билдәләйәсәк. Йомғаҡ 2025 йылдың мартында яһаласаҡ.
"Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың хәтерен мәңгеләштереү – мөһим эш йүнәлеше, тип билдәләне. Бөтә геройҙарыбыҙ ҙа бар яҡлап хөрмәткә лайыҡ, шул иҫәптән уларға һәйкәлдәр ҡуйыуға ла.
– Эскиздар конкурсын уҙғарыу – үҙ ваҡытлы сара, ул муниципалитеттарға Бөтә Рәсәй рәссамдары, архитекторҙары эштәре араһынан һәйкәлдәрҙең иң яҡшы варианттарын һайларға мөмкинселек бирәсәк. Әлеге Ваҡытта Башҡортостандың күп кенә район-ҡалаларында МХО геройҙарына скверҙар, һәйкәлдәр проекттары әҙерләнә. Эскиздар конкурсы был башланғыста ярҙам итер, тип ышанам, – тип Гөлнур Ҡолһарина.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса ойошторолдо. Уның төп маҡсаты – МХО ветерандарының һәм геройҙарының ғаилә ағзаларына ярҙам итеү. Бында Ватанды һаҡлаусыларға медицина һәм социаль реабилитация, ҡайтанан уҡытыу һәм эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам итәләр, юридик консультация күрһәтәләр, торлаҡты инвалидтар ихтыяждарына яраҡлаштыралар һәм оҙайлы ваҡытҡа өйҙә ҡарау тәьмин итәләр.


2023 йылдың 1 июненән «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалдарына ярҙам күрһәтеүгә ике миллиондан ашыу заявка килә, уларҙың 91 проценттан ашыуы хәл ителгән.

Автор:Зубаржат Гидиатова
Читайте нас