Бынан бер нисә аҙна элек Йылайыр коррекция-мәктәп интернатында ошо тематик йылды асыу тантанаһы булып үтте. Сарала «Хәрби Туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының Йылайыр районы буйынса бүлексә етәксеһе Рөстәм Ураҡов, махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған яҡташыбыҙ Дамир Ниғмәтуллиндың ата-әсәһе, хәрби операцияла ҡатнашыусы, бөгөнгө көндә ваҡытлыса ялда булған яугир һәм уҡытыусылар, тәрбиәселәр, мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.
Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын тыңлағадан һуң тантаналы сараны асыу хоҡуғы мәктәп директоры Илшат Ҡотоевҡа бирелде: – «Ватаныбыҙ һағында торған, уның өсөн йәнен фиҙа ҡылған егеттәребеҙҙе ҙур хөрмәт менән иҫкә алабыҙ һәм улар алдында мәңге бурыслыбыҙ. Ә инде үҫеп килеүсе быуын үткәндәрҙе генә түгел, ә бөгөнгө заман геройҙарын да белеп үҫергә тейеш тип уйлайым,” – тине ул үҙ сығышында.
Үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына барып, хәрби задание ваҡытында ғүмере өҙөлгән яҡташыбыҙ Дамир Ниғмәтуллиндың атаһы Азат Мозафаров улы тураһындағы яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште. Улының ярҙамсыл, спорт менән дуҫ булыуы тураһында, Тыуған илен яратыуы шуға ла күңел ҡушыуы буйынса Ватаныбыҙ һағына баҫыуы хаҡында ғорурланып һөйләне. Яу яланында йөрөп ҡайтҡан яугир яҡташыбыҙ ҙа мәктәп уҡыусыларын спорт менән шөғөлләнергә, насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ торорға һәм үҙ иленең ысын патриоты булып үҫергә саҡырҙы. Хәрби Туғанлыҡ ойошмаһының Йылайыр районы буйынса бүлексә етәксеһе Рөстәм Ураҡов Тыуған илде һаҡлау һәр ир-егеттең изге бурысы, армия ир-егетте үҫтереүе, уның тормошҡа ҡарашын үҙгәртеүе хаҡында бәйән итте.
Исемле йылды асыу тантанаһы мәктәп интернаты тәрбиәләнеүселәренең һуғыш йылдары тураһындағы шиғыр, йырҙары һәм видороликтар, слайдтар менән оҙатылып барҙы.
Саранан һуң ҡунаҡтар мәктәптең хәрби-патриотик музейында төрлө экспонаттар ҡараны, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын иҫкә алды һәм илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килеүен теләп таралышты.
Розалия ТАКАЛОВА.