Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
22 Февраль , 12:17

"Беҙ барыһын да бергәләп эшләргә тырышабыҙ", - ти улар

 Ураҡовтарҙың тырыш ғаиләһе бөгөнгө ауыр мәлдәрҙә лә тик ултырмай. Афарин!

"Беҙ барыһын да бергәләп эшләргә тырышабыҙ", - ти улар
"Беҙ барыһын да бергәләп эшләргә тырышабыҙ", - ти улар

"Беҙ барыһын да бергәләп эшләргә тырышабыҙ", - ти ғаилә башлығы Вәкил Фазылйән улы.  Ашҡаҙар ауылында йәшәүсе Ураҡовтарҙың ҙур ғына хужалығы бар, улар бар тырышлыҡтарын һалып мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтә.

Гөләндәм Вәлиәхмәт ҡыҙы менән Вәкил Фазылйән улы бер ҡыҙ һәм бер улға матур ғүмер бүләк иткән. Балаларына матур тәрбиә биргән.

Бөгөнгө ауыр мәлдәрҙә Ураҡовтар ғаиләһе ирекмәнлек менән дә булыша. Махсус хәрби операция зонаһында йөрөүсе яугирҙәребеҙгә төрлө яҡлап ярҙам итә. Ауыл, район сараларында ла бик әүҙем ҡатнаша улар.

Ошо көндәрҙә ғаилә ҡорот киптереү эшенә тотонған. Уларҙы әҙерләп алғас яугир егеттәргә ярҙам хөрмәтенән ебәрергә уйлай улар.

Ошондай ғаиләләребеҙ күп булһын, берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ булыуы Еңеүгә илтһен, Аллаһ бирһә!

 

Фотолар https://vk.com/club156142005 төркөмөнән алынды.

 

"Беҙ барыһын да бергәләп эшләргә тырышабыҙ", - ти улар
"Беҙ барыһын да бергәләп эшләргә тырышабыҙ", - ти улар
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: