Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
22 Февраль , 07:51

Радий Хәбиров “Башҡортостан геройҙары” программаһының башланыуына старт бирҙе

.

Радий Хәбиров “Башҡортостан геройҙары” программаһының башланыуына старт бирҙе
Радий Хәбиров “Башҡортостан геройҙары” программаһының башланыуына старт бирҙе

24 февралдә Башҡортостанда “Башҡортостан геройҙары” республика программаһына старт бирелә.

“Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса “Геройҙар ваҡыты” федераль проектын киңәйтәбеҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа эшләү өсөн квалификациялы идарасылар әҙерләйәсәкбеҙ. Алғы һыҙыҡта уларҙың иң яҡшы сифаттары – яуаплылыҡ, намыҫ, Тыуған илгә тоғролоҡ, киҫкен хәлдәрҙә ҡарар ҡабул итә белеү кеүек сифаттары сыныҡты. Бындай сифаттар бөгөн етәксе өсөн бик мөһим. Программала ҡатнашыусылар тәжрибәле остаздар етәкселегендә уҡып сығырға, стажировка үтергә, һуңынан беҙҙең идара итеү командаһында лайыҡлы урын алырға тейеш”, - тине Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: