Йылайыр үҙәгендә "Преображенск" халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән "Ғаилә" үҙәгенең матур коллективы Махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусы егеттәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә, шулай уҡ ошо темаға ярашлы үткәрелеп килгән барлыҡ саралар уртаһында ҡайнап йәшәй улар.
Үткән аҙнала ойошторолған "Йыл йомғаҡтары" һәм исемле йылды асыу тантаналы яараһында был ике ойошма тғы ла юғары күрһәткестәргә эйә булды.
Улар ярҙамында бик йөкмәткеле күргәҙмә ойошторолдо һәм урында уҡ "21-се быуат үҫмерҙәре" проекты сиктәрендә балаларға маскировка селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте.
Был ике ойошманың бергә һәм дәррәү генә эшләүе күп осраҡта еңеллек булдыра һәм алдағы киләсәккә лә яҡтылыҡ өҫтәй, ышанысты арттыра.
Фотолар https://vk.com/club156142005 төркөмөнән алынды.