Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
23 Февраль , 12:07

Кисәге хәрби бөгөн дә сафта

Гәзитебеҙҙең 5-се һанында сыҡҡан фотолағы һалдатты танып редакциябыҙға шылтыратыусылар байтаҡ булды. Шулай ҙа, дөрөҫ яуапты тәүгеләрҙән булып Нәжип ағай Ҡашҡаров хәбәр итте. «Һеңлем, гәзиттәге һалдатты таныным, ул Йылайырҙа йәшәүсе Рөстәм Ураҡов, шулай бит?!» Мин таныған тип исемемде мотлаҡ яҙығыҙ гәзиткә...», – тип фарман ди биреп ҡуйҙы ағайыбыҙ телефондың теге осонан...Эйе, һеҙ фотола таныған егет тап үҙе – Рөстәм Ураҡов булыр.

Кисәге хәрби бөгөн дә сафта
Кисәге хәрби бөгөн дә сафта

Рөстәм Ғилман улы 1970 йылда Ашҡаҙар ауылында донъяға килгән. Башланғыс белемде тыуған мәктәбендә алғандан һуң, артабан уҡыуын Баймаҡ мәктәп-интернатында дауам итә. Ҡулына өогөргәнлек аттестаты алған егет, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. 1989-1991 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә.

«Әрмелә булған ваҡыттарымды әле лә ғорурланып иҫкә алам. Әрме хеҙмәте – ул ир-ат өсөн тормош дәресе. Үҙен ысын ир-егет тип һанаған кеше унда мотлаҡ барырға тейеш. Был – беҙҙең Ватан алдында үтәй торған иң изге бурыс. Хеҙмәттә йөрөп ҡайтҡан кешенең донъяға ҡарашы үҙгәрә, яуаплылыҡ тойғоһо арта, дисциплинаға өйрәнә. Шуға күрә әрме сайына барырға йыйыныусы егеттәргә хеҙмәт итеүҙән ҡурҡмаһындар, Тыуған ил алдындағы бурысты намыҫ менән үтәһендәр», – тигән теләктәрен еткерә ул буласаҡ һалдаттарға.


Ярайһы ғына донъяуи тәжрибә туплап ҡайтҡан егет артабан уҡыуын дауам итеп, ҡулына диплом ала. Хеҙмәт юлын 1993 йылда Йылайыр Эске эштәр бүлегендә башлай. Үҙен намыҫлы, эшенә етди ҡараған хеҙмәткәр итеп күрһәтә. 2011 йылда майор дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға.
Ҡул ҡаушырып өйҙә ултыра торғандарҙан булмаған Рөстәм Ғилман улы, хаҡлы ялдамын тип тормай, әле лә райондың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. Бөгөнгө көндә ул «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһының Йылайыр районы буйынса бүлексәһен етәкләй. Уның составына сик буйы, эске һәм һауа-десант ғәскәрҙәре, хәрби хеҙмәт ветерандары инә. Йәмәғәт ойошмаһы Рәсәй тарихының иҫтәлекле даталарына арналған патриотик йүнәлештәге саралар, митингтар үткәрә, хәрби хәрәкәттәр фетерандары һәм махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған һәм әле лә унда йөрөүсе яугирҙәребеҙҙең ғаилә ағзалары өсөн мәҙәни саралар, спорт буйынса турнирҙар ойоштора. Шулай уҡ, хәрби ветерандарҙың социаль мәсьәләләрен хәл итеү, һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү, уларҙың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән ҙур эштәр башҡара.


Рөстәм Ғилман улы тормош иптәше Айгөл Әхмәр ҡыҙы менән биш балаға ғүмер бүләк иткән атай, ейәнсәрҙәренә һөйөклө ҡартатай ҙа. Ул һәм ҡыҙҙарына матур тәрбиә биргән Ураҡовтар 2024 йылда «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Был награда ғаиләнең дуҫ, татыу һәм берҙәм булыуын бәйән итә. Ғаилә башлығы буш ваҡыттарында яҡындары менән тәбиғәт ҡосағында ял итергә, йылға буйҙарында балыҡ ҡармаҡларға ярата.


Ҡасандыр һалдат булып, Ватаныбыҙ һағында торған, ә бөгөн иһә районда хәрби ветерандарҙы берләштергән ойошманы етәкләгән әүҙем, илһөйәр, көслө рухлы ир-уҙаманыбыҙ эшмәкәрлеге юғары баһалана. Рөстәм Ғилман улының күңелендә ватанссылыҡ тойғоһо йәшәй, ул йәштәргә патриотик йүнәлеш күрһәтә.


Ил ғәмен ғәмләп, ил хәстәрен хәстәрләп, йәмғиәт эшендә янып йөрөгән ошондай шәхестәребеҙҙең булыуы үҙ төбәгенә мәртәбә өҫтәй.
Рөстәм Ғилман улына артабан да эшендә уңыштар, ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!


Байрам менән!

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

Кисәге хәрби бөгөн дә сафта
Кисәге хәрби бөгөн дә сафта
Автор:Розалия Такалова
Читайте нас: