Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
24 Февраль , 11:24
Егеттәребеҙгә рюкзактар әҙер
Бер эштән дә ситтә ятып ҡалырға өйрәнмәгән Үрге Ғәле ауыл биләмәһе Ватанды һаҡлаусылар йылы сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән акцияға был юлы ла әүҙем ҡушылды.
Егеттәребеҙгә рюкзактар әҙер
Байғужа һәм Сидоровка ауылы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияһында яраланып госпиталдә ятҡан егеттәребеҙгә рюкзактар текте.
Госпиталдәге егеттәребеҙгә рюкзак тегеп ебәрергә кәрәк тигән хәбәрҙе ишетеү менән «Гәүһәркүл” фольклор төркөмө ҡыҙҙары менән кәңәшләшеп, эште башлап ебәрҙек. Урындағы китапхана бинаһына кемебеҙ туҡыма, кемебеҙ ептәр алып килеп һәр беребеҙ үҙ тегеү машинаһы менән етмештән артыҡ рюкзак тегеп тә ҡуйҙыҡ. Китапханаға килә алмағандар был эште өйҙә башҡарҙы, дөйөм әйткәндә изге ғәмәлгә барыһы ла ихлас ҡушылды. Тиҙҙән 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө. Рюкзактар буш китмәһен тип, егеттәребеҙгә байрам уңайынан бүләккә таҫтамалдар ҙа һалып ебәрергә булдыҡ. Һәммәбеҙгә лә тыныс күк йөҙө, һаулыҡ, яугирҙәребеҙгә имен-һау үҙ ғаиләләренә, ата-әсәһе янына тиҙерәк ҡайтыуын теләйбеҙ, -тип яңылығы менән бүлеште Сидоровка ауылынан Люциә апай Таһирова.
Автор:
Розалия Такалова
Читайте нас: