Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Барыһы ла Еңеү өсөн
26 Февраль 2025, 09:10

«Геройҙар ваҡыты» китабының авторы менән осраштыҡ

Район үҙәкләштерелгән китапханаһында яҡташыбыҙ яҙыусы, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар Ойошмаһы союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы Ҡаҙаҡбаеваның «Геройҙар ваҡыты» китабының презентацияһы үтте. Китаптың исем туйына Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусылары, уҡыусылар, ағинәйҙәр ойошмаһы вәкилдәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙҙең ата-әсәләре, матбуғат хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа әҙәбиәт һөйөүселәр килде.

«Геройҙар ваҡыты» китабының авторы менән осраштыҡ«Геройҙар ваҡыты» китабының авторы менән осраштыҡ
«Геройҙар ваҡыты» китабының авторы менән осраштыҡ

Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның «Геройҙар ваҡыты» хикәйәһе профессиональ яҙыусылар араһында ойошторолған «Заман ауазы» патриотик әҫәрҙәр конкурсында өсөнсө урын алып, Башҡортостан Башлығы гранттары фонды иҫәбенә китап булып баҫылып сыҡты. Яҙыусының өс хикәйәһе һәм бер повесы ингән был китап 350 дана тираж менән баҫылған. Уның унауы районыбыҙ китапханаларына бүләк ителгән.


Сара балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары Ләлә Ҡолһарина (флейта) менән Гөлфиә Ишкилдина (фортепиано) башҡарыуында моңло башҡорт көйҙәренән торған теҙмә менән башланып китте. Артабан китапханасы Нурия Намазова кисәгә килеүселәрҙе Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙының тормош юлына байҡау яһағандан һуң, һүҙ китап авторына бирелде. Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы әҙәбиәт һөйөүселәргә хикәйәнең йөкмәткеһе, яҙылыу тарихы, хикәйәне яҙырға ниндәй сәбәптәр этәреүе, уны яҙғанда ниндәй мәсьәләләр килеп сығыуы хаҡында ҡыҫҡаса һөйләп үтте. Авторҙың мауыҡтырғыс, шул уҡ ваҡытта фәһемле сығышын сарала ҡатнашыусылар ихлас тыңланы, әҫәрҙе уҡығанда килеп тыуған һорауҙарына яуап тапты, фекерҙәре менән уртаҡлашты. Ике сәғәттән ашыу барған йәнле аралышыу бер тынала үтеп тә китте. Осрашыу тәмле сәй өҫтәле артында тамамланды.


Ә беҙ иһә, үҙ сиратыбыҙҙа, талантлы прозаик, хаҡлы ялдағы коллегабыҙ Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙына сәләмәтлек, ғаилә именлеге, бәхетле тормош, ижади уңыштар, уҡыусыларын үҙенең матур, бай, эстәлекле, тәрән мәғәнәле әҫәрҙәре менән артабан да шатландырып тороуын теләйбеҙ!


Розалия ТАКАЛОВА.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас