

Ошо көндәрҙә «Преображенск» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең 2024 йылға йомғаҡлау ултырышы булып үтте. Унда район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илшат Солтангәрәев, «Преображенск» үҙәге директоры Ғәлиә Солтанова, үҙәк белгестәре һәм социаль хеҙмәткәрҙәр ҡатнашты.
Көн тәртибенә ярашлы уҙған йылға отчет менән үҙәктең етәксеһе Ғәлиә Солтанова сығыш яһаны.
– Бөгөнгө көндә социаль хеҙмәтләндереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан районыбыҙҙың 21 ауылында йәшәүсе өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар хеҙмәтләндерелә. Уҙған йыл йомғаҡтарын барлап йылды уңышлы тамамланыҡ, тип әйтергә була. Быйыл да «Өлкән быуын» федераль проекты, «Демография» милли проекты сиктәрендә оло йәштәге граждандарҙы һәм ҡарауға мохтаж булған инвалидтарҙы оҙайлы ваҡытҡа ҡарау системаһын булдырыу буйынса пилот проектын тормошҡа ашырыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Әлеге ваҡытта район буйынса оҙайлы тәрбиә системаһында оло йәштәге, аҙ хәрәкәтсән 13 граждан иҫәпләнә. Уларҙы өйҙә 11 уҡыған социаль ярҙамсы хеҙмәтләндерә. Бер социаль хеҙмәт алыусыға өйҙә, йөҙ һикһәндән кәм булмаған социаль хеҙмәтләндереү берәмеге иҫәбендә, егерменән ашыу хеҙмәт төрө күрһәтелә.
Уҙған йылда беҙҙең үҙәк республика етәкселегенең ҙур ярҙамы менән «Zемляки сVами» проектында еңеп сыҡты һәм президент грантын яуланы. Проект 2024 йылдың 1 июленән 31 декабренә тиклем тормошҡа ашырылды һәм шул арауыҡта грант иҫәбенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә 72 маскировкалау селтәрҙәре, 240 термокейем, 360 эс кейеме, 73 шаровар һәм жилеттар, 60 балаклава, 5 антидрон юрған һәм 2418 порция киптерелгән әҙер аштар әҙерләп ебәрелде.
Проекттың маҡсатлы аудиторияһы булып райондың әүҙем волонтерҙары һәм хаҡлы ялдағылар тора. Улар тарафынан Йылайыр һәм Юлдыбай ауылдарында тегеү клубтары эшләне, Кананикольск, Ҡәнзәфәр, Матрай, Үрге Ғәле ауыл биләмәләрендә һәм Йылайырҙа киптерелгән әҙер аштар әҙерләнде. Ҡашҡар, Юлдыбай, Яманһаҙ, Матрай, Үрге Ғәле, Ҡәнзәфәр, Һабыр, Иван-Ҡыуалат ауыл биләмәләрендә, шулай уҡ райондың ун дүрт ойошмаһында – балалар ижады йорто, халыҡ мәшғүллеге үҙәге, юл төҙөү- ремонтлау идаралығы, район үҙәк дауаханаһы, социаль фонд, мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре, район мәғлүмәт үҙәге, Йылайыр урта мәктәбе һәм Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы, «Аҡсәскә», «Ҡояшҡай» балалар баҡсалары, ветеринария станцияһы, район ветерандары, «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаларында хәрбиҙәр өсөн маскировка селтәрҙәре үрелде.
Әлеге көндә үҙәк хеҙмәткәрҙәре тарафынан махсус хәрби операцияла булған егеттәребеҙҙең ун алты ғаилә ағзаһы, хәрби комиссариат биргән белешмәгә яраҡлы, бушлай хеҙмәтләндерелә.
Проектта барлығы 357 кеше әүҙем ҡатнашты һәм проектҡа ярашлы план буйынса барыһы ла тулы күләмдә үтәлде, – тип тамамланы сығышын Ғәлиә Хәйбулла ҡыҙы.
Артабан район хакимиәтенең беренсе урынбаҫары И.Р.Солтангәрәев, Кананикольск ауыл биләмәһе социаль хеҙмәткәрҙәре Ю.М.Баскакова менән А.В.Леоновҡа намыҫлы хеҙмәттәре, үҙ бурысына яуаплы ҡарағандары өсөн район хакимиәтенең Почет грамоталарын тапшырып үтте. Шулай уҡ социаль хеҙмәткәрҙәр Е.А.Лазарева, Ю.М.Баскакова, М.П.Баскакова, А.В.Леонов, И.С.Леонова, Е.И.Андреева «Преображенск» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Розалия ТАКАЛОВА.