Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Барыһы ла Еңеү өсөн
12 Марта 2025, 08:30

Ышаныслы тылды тойһондар

Районда ирекмәндәр хәрәкәтенең барлыҡҡа килеүе ауыр пандемия осорона тура килде. Һәр кем өйөнә бикләнеп, ауырыуҙан ҡасып ултырырға мәжбүр булғанда, оло инәй-олатайҙарға, мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға, сирлеләргә аҙыҡ-түлек, дарыу-фәлән алып барыу тап уларҙың иңенә төштө.Күп тә үтмәй, ирекмәндәрҙең ойошҡанлығы тағы бер һыналды – бөгөн изге йөрәклеләр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташ яугирҙәргә ярҙамдан аҡса йыйыу, тәғәйен әйберҙәр алыу, гуманитар ылау ойоштороу менән булыша.

Ышаныслы тылды тойһондарЫшаныслы тылды тойһондар
Ышаныслы тылды тойһондар

Сит ерҙә Ватаныбыҙ мәнфәғәте өсөн тиңһеҙ алыш алып барған ҡаһарман һалдаттарыбыҙ өсөн тыуған төйәгенә килгән һәр хат-хәбәр ҙур һөйөнөс, рухландырыусы, батырлыҡҡа өндәүсе көс булып тора. Ә инде тыуған йорт йылыһын һаҡлаған, аунап үҫкән ялан-ҡырҙар еҫе бөркөлөп торған күстәнәс-посылкалар уларға алыҫ яҡтарҙа ла кендек ҡаны тамған ғәзиз ер менән бәйләнеште тойорға ярҙам итә. Ошоларҙы иҫтә тотоп, районда махсус хәрбби операцияла ҡатнашыусы яҡташ яугирҙәребеҙ өсөн даими рәүештә посылкалар тупланыу дауам итә һәм уларҙың һәр ҡайһыһы егеттәребеҙгә оҙатыла бара. Шуныһы ҡыуаныслы, был изге эштән районда йәшәүсе бер генә кеше лә ситтә ҡалмай тиһәк, һис тә арттыу булмаҫ. Төрлө учреждение һәм ойошма коллективтары, эшҡыуарҙар һәм мәктәп уҡыусылары, хаҡлы ялдағылар һәм йәмәғәтселәр – беҙҙең һәр беребеҙҙе һалдаттарыбыҙҙың изге ниәттәрен хуплау һәм уларға ихлас ярҙам итеү, шул рәүешле көтөп алынған еңеү көнөн яҡынайтыу теләге берләштерә. Гәзитебеҙ биттәрендә һәм социаль селтәрҙәрҙә беҙ һәр ауылда был йәһәттән башҡарылған эштәр тураһында тәфсирләп яҙып барабыҙ. Ысын ватансылыҡ өлгөгөҙ, мәрхәмәтле йөрәгегеҙ өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт тибеҙ!
Уҙған аҙнала район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов махсус хәрби операциялағы егеттәргә даими ярҙам иткән бер төркөм район ирекмәндәре менән осрашты. Аралашыу барышында һалдаттарыбыһҙа төрлө яҡлап ярҙам формаһын арттырырҙай яңы башланғыстар һәм проекттар буйынса фекер алышыу булды. Форсаттан файҙаланып, Хәрби туғанлыҡ ойошмаһының урындағы бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Венер Яҡупов бик матур һәм тулҡынландырғыс миссияны үтәне – Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 2-се мотоуҡсылар батальоны командиры исеменән район ирекмәндәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
– Кәңәшле, берҙәм халыҡ бер ҡасан да еңелмәҫ. Артабан да иңгә-иң терәшеп эшләрбеҙ, яугирҙәребеҙгә ышаныслы һәм ныҡлы тыл булырбыҙ! – тине үҙенең сығышында Борис Николаевич.
Әйткәндәй, тап бөгөн, 26 мартта райондан махсус хәрби операция зонаһына сираттағы гуманитар конвой юллана. Уны алып барып еткереүселәрҙең хәйерле сәфәрҙәргә сығып, иҫән-имен йөрөп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Туған яғыбыҙҙың бар йылыһын алып, изге доғаларҙы ҡушып әҙерләнгән был күстәнәс-посылкалар яҡташ яугирҙәргә яңы еңеүҙәр яуларға көс бирер тип ышанабыҙ.

Автор:Зубаржат Гидиатова
Читайте нас