Фронттағыларға ярҙам итәбеҙ
«Башҡортостан үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай» саҡырыуы күптән инде киң таралды. Фронт яугирҙәре Башҡортостандың үҙ егеттәре хаҡында хәстәрлек күреүен, һәр ваҡыт кәрәкле әйберҙәр туплап гуманитар ярҙам ебәреүен белә, ә уларҙың ғаиләләре бер нимәгә лә мохтаж түгел. Күп кенә хәрби хәбәрселәр, Башҡортостандың фронтҡа һәм яугирҙәргә ярҙамы – илдә иң яҡшыларҙың береһе, тип билдәләй.
Беҙ тәүгеләрҙән булып 2022 йылда гумконвой ебәрҙек, ә бөгөнгә уларҙың һаны 144-кә етте. Бынан тыш, бөтә республиканан предприятиелар, муниципалитеттар, битараф булмаған кешеләр алғы һыҙыҡҡа кәрәкле посылкалар ебәрә. Барлыҡ район башлыҡтары Донбассҡа барып, яҡташтарының хәл-әхүәлен белешеп тора. Башҡортостан гуманитар ярҙам ташыуҙың үҙ системаһын булдырған: ЛХР-ҙа беҙҙең логистик үҙәк эшләй, алып барылған ярҙам заявкаларға һәм ихтыяжға ярашлы бүленә.
Беҙҙең табиптар сиратлап хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға ла, урындағы халыҡҡа ла ярҙам итергә бара, унда хатта теш дауалау өсөн заманса стоматология модуле алып барылған. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар отрядтары МХО биләмәһендәге хәрби госпиталдәрҙә яралыларҙы ҡарарға ярҙам итә.
Тылда ла эш тынмай
Бында, тылда, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 40-тан ашыу ярҙам сараһы булдырылған, улар иҫәбендә – шифаханаларҙа бушлай дауаланыу, балаларға белем биреү, ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, көнкүреш проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам һәм башҡалар. Бер генә хәрбиҙең дә ғаиләһе иғтибарһыҙ ҡалмаған.
Радий Хәбиров был процесты үҙе контролдә тота, ул бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә барҙы, алғы һыҙыҡта булды, яугирҙәрҙең шатлыҡ-хәсрәттәре тураһында белеү өсөн улар менән даими аралаша.
Контракт хеҙмәте
Башҡортостан контракт хеҙмәтенә ҡабул итеүҙе ойоштороу һәм халыҡ менән патриотик һәм аңлатыу эштәре алып барыу буйынса өлгө булып тора. Мобилизация әҙерлеген яҡшы ойоштороу буталсыҡҡа юл ҡуймаҫҡа ярҙам итте, ә һуңынан республикабыҙ илебеҙҙе яҡларға әҙер булыуын эш менән иҫбатланы. Республикала доброволецтар иҫәбенә хәҙер инде билдәлелек яулаған Салауат Юлаев, генерал Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары, һуңынан «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы ойошторолдо. Республиканан доброволецтар ағымы бөгөнгәсә туҡтамай.
Яугирҙәрҙе тыныс тормошҡа әҙерләйбеҙ
Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың тыныс тормошҡа яраҡлашыу системаһы әүҙем үҫтерелә. Был йүнәлештә «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы ҙур эш башҡара. Оборона министры урынбаҫары, дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева әйтеүенсә, Башҡортостанда фондтың эшен ойоштороу тәжрибәһе, атап әйткәндә, бер юлы бер нисә ҡалала ярҙам үҙәктәре асыу – үҙенсәлекле һәм һөҙөмтәле алым, шуға күрә уны башҡа төбәктәргә лә таратырға ниәтләйҙәр.
«Геройҙар ваҡыты» федераль проекты өлгөһөнә эйәреп, республикабыҙҙа «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы эшләй башланы. Ошо программаға ярашлы МХО-ла ҡатнашыусылар араһынан төрлө кимәлдәге предприятиеларҙа, ойошмаларҙа, власть органдарында эшләү өсөн квалификациялы идарасылар әҙерләйәсәктәр. Тәүге аҙнала уҡ меңгә яҡын кеше ҡатнашырға теләк белдереп ғариза биргән. Был проекттың ихтыяжлы булыуы хаҡында һөйләй. Радий Хәбиров беренселәрҙән булып хәрби бурыстарын үтәү барышында уңыш ҡаҙанған МХО яугирҙәрен яуаплы вазифаларға тәғәйенләй башланы һәм киләсәктә лә быны эшләүен дауам итәсәген белдерҙе. Ул шәхсән үҙе программала ҡатнашыусы бер нисә егеттең остазы буласаҡ һәм уларҙы дәүләт идаралығы нескәлектәренә өйрәтәсәк.
Республикабыҙ менән берлектә беҙҙең Йылайыр районы халҡы ҙур тырышлыҡ менән яугирҙәргә ярҙам итә
Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис МЕЛКОЕДОВ:
– 2024 йылда райондың бөтә ойошмалары һәм битараф булмаған халҡы махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусы яугирҙәребеҙгә 5 миллион һумдан ашыу аҡса йыйған. Ошо йыйылған сумма ярҙамында йылылыҡ генераторҙары, бензобысҡылар, буржуйка мейестәре, рациялар, прицелдар, йоҡо ҡапсыҡтары, 4 УАЗ-Хантер һәм 4 УАЗ-Буханка, Нива автомобилдәре һәм башҡа күп нәмәләр һатып алынды. Шулай уҡ тағылмалы мунса, блиндаждар өсөн 180 кубометр ағас, таҡталар, ярылған утын әҙерләп ебәрелде.
Яҡташтарыбыҙ тарафынан «Йылайыр районы. Барыһы ла Еңеү өсөн!» төркөмө булдырылды. Унда хәрби зонала һәләк булған ир-егеттәребеҙҙең ғаиләләренә, уларҙың яҡындарына аҡсалата ярҙам йыйыу ойошторолған.
Районыбыҙҙың «Ағинәйҙәр» йәмғиәте һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтары ағзалары менән берлектә маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, төрлө һөт һәм милли ризыҡтар әҙерләү эштәре туҡтауһыҙ бара. Айырыуса «Преображенск» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе Ғәлиә Солтанова етәкселегендәге төркөм эшмәкәрлегенә берләшкән төрлө йәштәге ирекмәндәрҙе билдәләп үтергә теләйем. Улар төрлө проекттар менән эшләй һәм Президент грантын яулауға өлгәште. Улар тағы ла бер мөһим эш йүнәлеше булып – тегеү майҙансығы тора. Яугирҙәргә йылы кейемдәр, антидрон юрғандар тегәләр һәм киптерелгән ризыҡтар әҙерләү менән булышалар.
Район халҡы әҙерләгән һәр күстәнәсте егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам ылауҙары менән шәхсән ҡулдарына тапшырабыҙ. Яугирҙәребеҙ осрашҡан һайын һәр яҡташына оло рәхмәттәрен әйтеп ҡала.
«Преображенск» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе Ғәлиә СОЛТАНОВА:
– Уҙған йылда беҙҙең үҙәк республика етәкселегенең ҙур ярҙамы менән «Zемляки сVами» проектында еңеп сыҡты һәм президент грантын яуланы. Проект 2024 йылдың 1 июлдән 31 декабргә тиклем тормошҡа ашырылды һәм шул арауыҡта грант иҫәбенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә 72 маскировкалау селтәрҙәре, 240 термокейем, 360 эс кейеме, 73 шаровар һәм жилеттар, 60 балаклава, 5 антидрон юрған һәм 2418 порция киптерелгән әҙер аштар әҙерләп ебәрелде.
Арсен Аптиков, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Йылайыр районы буйынса социаль координаторы:
“Беҙҙең фондтың төп маҡсаты — ветерандарға һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә адреслы һәм “бер тәҙрә” режимында тейешле ярҙам күрһәтеү.
Мәҫәлән, медицина һәм социаль реабилитация, дарыуҙар менән тәьмин итеү, психологик ярҙам, техник реабилитация саралары һәм шифахана-курорт дауалауы, ҡайтанан уҡытыу һәм эшкә урынлаштырыу, ниндәйҙер көнкүреш проблемаларын хәл итеү йүнәлешендә эшләйбеҙ. Әлеге ваҡытта 11 ғаилә газ үткәреүгә сертификаттар алды. Тағы ла 101 заявка ҡабул ителде, 46 торлаҡ йортҡа зәңгәр яғыулыҡ үткәрелде лә инде, 56-һы буйынса эштәр алып барыла.
Атайҙары махсус хәрби операцияла булған 20 мәктәп уҡыусыһы һәм 16 балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе (ә балаларҙың дөйөм һаны 79) бушлай ашатыу менән тәьмин ителгән.
Тыуған иле мәнфәғәтендә яу яланында батырҙарса һәләк булған яҡташтарыбыҙҙы ла онотмайбыҙ. Улар иҫтәлегенә районда 7 мемориал таҡта асылды.