«Преображенск» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә махсус хәрби операциялағы һалдаттар тураһында даими хәстәрлек күрелә. Унда ҡасан инһәңдә эш гөрләп тора. Тегенсе-волонтерҙар хәрбиҙәр һорауы буйынса ниндәй ярҙам кәрәк барыһын да эшләргә тырышалар. Ошо көндәрҙә улар сираттағы гуманитар ярҙам менән оҙатыуға рюкзактар, әйберҙәр өсөн махсус ҡапсыҡтар, дронға ҡаршы юрғандар тегеп әҙерләп ҡуйғандар. Ошо урында дронға ҡаршы юрғандар тураһында аңлатып үтмәксемен.
Ул юрғандар ҡарап тороуға ғына ябай күренә, әммә яугирҙарҙы пилотһыҙ осоу аппараттарынан ышаныслы һаҡлай. Махсус юрған күҙгә күренмәгән плащ кеүек, йәғни яугир дошман разведчиктары тепловизоры экранында күренмәй. Бынан тыш, ул хәрбиҙе һыуыҡтан да һаҡлай, ергә түшәп йоҡлай ҙа ала.
Ғөмүмән, дронға ҡаршы юрғанды тегеү бик яуаплы эш, ныҡ ентекле булырға кәрәк. Уның ҙурлығы 2 метр, 6 ҡат итеп тегелә. Абайламай берәй ерҙә энә менән дә үтә тишһәң, тепловизор һалдатты күрәсәк. Әйткәндәй, был һаҡлау сараһына заявкалар күп. Бөгөнгө көндә 40-тан ашыу әҙер дронға ҡаршы юрғандар тегелгән, улар яугирҙарҙың заявкалары буйынса уларға гуманитар йөк менән оҙатыласаҡ.
Әлеге көндә «Преображенск» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә өс тегенсе-волонтерҙар: Ҡотоева Флүрә Мөжәүир ҡыҙы, Ҡолһарина Альмира Ислам ҡыҙы, Романова Ирина Григорьевна бар күңел йылыһын һалып, йөрәк түренән сыҡҡан изге теләктәрен теләй-теләй һалдаттарыбыҙға әйберҙәр тегәләр.
– Яугирҙәребеҙгә ярҙам булһын тигән маҡсат менән эшләйбеҙ. Ярты ғына көнгә килһәк тә, байтаҡ ҡына эш башҡарып өлгөрәбеҙ. Оҙатып торабыҙ, кәштәләребеҙ ҡабаттан яңы тегелгән әйберҙәр менән тулылана. Изгелек ҡылыуыбыҙға үҙебеҙҙең дә күңел була. Теләгебеҙ бер – тиҙерәк донъялар тынысланһын, һалдаттарыбыҙ иҫән-һау ҡайтһын, ата-әсәйҙәрҙең күҙ йәштәре түгелмәһен, – тине үҙ эштәренең оҫталары.
Һалдаттарға кейем һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр тегеү өсөн тегенселәр етешмәй. Гел бер үк кешеләр арып китә, уларға алмашсылар талап ителә. Бергәләп тотонһаҡ, егеттәрҙеңдә ғүмерен ҡотҡара алабыҙ, еңеүгә лә яҡынайыр инек. Мөмкинлектән файҙаланып, берҙәм булайыҡ, тигән теләгемде еткерәм. Кемдәрҙең теләге бар, барыһын да өйрәтергә әҙербеҙ, – тигән мөрәжәғәттә булды етәксе тарафынан. Арағыҙҙа изге ғәмәлгә ҡушылырға теләүселәр булһа, рәхим итегеҙ «Преображенск» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә.
Материалдар менән беҙҙе тәьмин итеүсе Мозафарофтар ғаиләһенә айырым рәхмәт һүҙҙәремде еткергем килә. Бына инде нисә тапҡыр Мәләүез ҡалаһында ООО «Эколайн» эре производство холдингыһында эшләп йөрөүсе яҡташыбыҙ Мозафаров Ильшат Азат улы беҙгә материалдар ебәреп тора. Ильшаттың ата-әсәһе Ҡарлуғас Мотаһар ҡыҙы менән Азат Йәнғәле улы Мозафаровтар ул материалдарҙы беҙҙең үҙәккә тиклем алып килеп бирәләр. Эшләгән изгелектәрегеҙ ерҙә ятып ҡалмаҫ, беҙҙең һалдаттарға ярҙам иткәнегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм! – тип изге теләктәрен юлланы «Преображенск» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең етәксеһе Ғәлиә Хәйбулла ҡыҙы.