

Беҙҙең районда ла геройҙарыбыҙға ярҙам итеү йәһәтенән ҙур эштәр башҡарыла, даими рәүештә гуманитар ярҙам оҙатылып тора. Был изге эштә хакимиәт вәкилдәре, район халҡы, ирекмәндәр, ойошма хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ балалар әүҙем ҡатнаша – маскировка селтәрҙәре үрә, гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәм аҡсалата ярҙам итеү буйынса үҙ өлөштәрен индерә.
Йомағужа ауылының “Ҡыпсаҡ сәләме” ирекмәндәре лә, башҡалар кеүек, ир-егеттәребеҙ яҙмышына битараф түгел. Яугирҙәрҙең иҫән-һау өйҙәренә ҡайтыуын теләп, маскировка селтәрҙәре үреү, ҡорот, йәшелсәләрҙән тиҙ әҙерләнә торған аштар киптереү кеүек эштәрҙең биләмәлә туҡтап торғаны ла юҡ. Ошо көндәрҙә йомағужалар сираттағы маскировкалау селтәрен үреп бөткәндәр ҙә инде.