+24 °С
Ямғыр


Район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, Ҡәнзәфәр ауылы биләмәһе һәм Матрай ауыл биләмәһе башлыҡтары Рөстәм Тотманов менән Руслан Йәрмөхәмәтов маскировкалау селтәрҙәре, исемле посылкалар, эсер һыу һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тултырылған автомобилдәрҙә юлға сыҡты.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ һораған әйберҙәрҙең барыһы ла тиерлек ебәрелде. Яугирҙәр беҙҙең терәк-ярҙамды, күңел йылыбыҙҙы һәр саҡ тойорға тейеш. Бындай изге эштә ҡатнашҡан, битараф булмаған район халҡы һәр гуманитар ярҙамға теләп ҡушыла. Рәхмәт барыһына ла!
Шулай берҙәм булып, ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам күрһәтәйек, яугирҙәребеҙҙең иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләйек!
Фотолар интернет селтәрҙәренән алынды.