Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Барыһы ла Еңеү өсөн
15 Октябрь 2025, 10:20

Яугир егеттәргә ярҙам итәбеҙ

Октябрь баштарында яҡташ егеттәребеҙгә районыбыҙ халҡы сираттағы гуманитар ярҙам оҙатыуы хаҡында яҙып үткәйнек инде. Аллаға шөкөр, ауыл күстәнәстәре, кәрәкле әйберҙәр тейәлгән гуманитар ылау имен-аман барып етеп егеттәребеҙгә тапшырылған. Юлдыбай ауылында эшләп килгән ирекмәндәр ойошмаһы вәкилдәре лә ғәҙәттәгесә, егеттәребеҙ өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе йыйып алыҫ сәфәрҙәргә оҙатты.

Яугир егеттәргә ярҙам итәбеҙЯугир егеттәргә ярҙам итәбеҙ
Яугир егеттәргә ярҙам итәбеҙ
  • Һалдаттарға сираттағы гуманитар конвой юлланасағын ишеткәс, улымдың хеҙмәттәше «Ноғай» позывнойлы дуҫына ла  посылка ебәрергә тигән уйымды тормошҡа ашырҙым. Ул сығышы менән Баймаҡ районынан. Бала саҡта ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалып өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән. Өлөшләтә мобилизацияға эләгеп,  махсус хәрби операция зонаһында тәүге көндәрҙән хеҙмәт итә. Өс йыл эсендә улым менән яҡын дуҫтар булып киттеләр.  Шул хәтлем тормошто яратҡан, илгәҙәк, спорт менә дуҫ егет менән беҙгә лә  бер нисә тапҡыр күрешергә насип булды.  Рухлы, ысын башҡорт егетен ҡыуандырырға уйлап,  ауылдаштарым менән берлектә, тап уға тип өс ҡумта исемле посылка йыйҙыҡ. Татлы күстәнәстәр, сөсө икмәк, бешкән ҡаҙы, бал, май менән бергә эске кейемдәр, гигиена кәрәк-яраҡтары һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр һалдыҡ. Беҙҙең  күстәнәстәр яугир өсөн ҙур яңылыҡ булған, шатланып ҡабул иткән. Ярҙамдары өсөн барыһына ла ҙур рәхмәттәрен юллаған, – тип  шатлығы менән бүлеште Юлдыбай ауылының ирекмәндәр төркөмө ағзаһы Гөлнара Рафиҡова.

Райондаштарыбыҙҙың яугирҙәргә тип ниәтләгән  ярҙамы – изгелектең һәм илһөйәрлектең сираттағы өлгөһө.  Изге йөрәктән атҡарылған бындай ярҙам яугирҙәребеҙҙең тормошон бер аҙ ғына булһа ла еңеләйтеп, илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуға булышлыҡ итһә икән.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас