Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Барыһы ла Еңеү өсөн
22 Октябрь 2025, 06:02

Шылтыратығыҙ! Белешегеҙ!

МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары үҙ мәсьәләләрен оператив хәл итә алһын өсөн Рәсәй Оборона министрлығының хәрби-социаль үҙәгендә Ҡыҙыу линия телефоны эшләй: Телефон номеры сайтта...

Шылтыратығыҙ! Белешегеҙ!Шылтыратығыҙ! Белешегеҙ!
Шылтыратығыҙ! Белешегеҙ!

Тел.: 8 (800) 707 99 99

Үҙәк «Ватанды һаҡлаусылар» фонды менән берлектә эшләй. Ниндәй һорауҙар буйынса белешмә алырға мөмкин – фондтың Башҡортостан Республикаһындағы филиалы белгестәре аңлата:

→ аҡсалата тәьминәт, өҫтәмә түләүҙәр, пособиелар, компенсациялар, банк реквизиттары һәм алименттар (өҫтәмә 1)

→ хәрби хеҙмәткәрҙең шәхси кабинеты (өҫтәмә 1)

→ хәрби хеҙмәт үтеү, тейешле түләүҙәрҙе билдәләү, дәүләт наградалары һәм миҙалдары менән бүләкләү (өҫтәмә 2)

→ медицина тәьминәте (өҫтәмә 3)

→ торлаҡ тәьминәте, хәрби-ипотека кредиты (өҫтәмә 4)

→ бер тапҡыр бирелә торған пособие һәм страховка дәүмәлдәре (өҫтәмә 5)

→ хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәм мобилизация буйынса хәрби хеҙмәт, ирекле формированиеларҙа булыу (өҫтәмә 6)

→ хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе эҙләү (өҫтәмә 7)

→ хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаларын, МХО-ла ҡатнашыусыларына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына белешмәләр биреү (өҫтәмә 8)

Шылтыратыу бушлай (эш көндәрендә сәғәт 9-ҙан 18-гә тиклем)

Башҡортостанда хәрби-социаль үҙәк вәкиллеге «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы майҙансығында (Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107-се йортта) эшләй.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас