Ауыл уттары
+20 °С
Дождь
Барыһы ла Еңеү өсөн
28 Октября 2025, 09:10

МХО-ла ҡатнашыусылар бушлай белем алыу хоҡуғына эйә

Дәүләт Думаһы 28 октябрҙә пленар ултырышта «Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында» законға төҙәтмәне ҡарай.   

МХО-ла ҡатнашыусылар бушлай белем алыу хоҡуғына эйәМХО-ла ҡатнашыусылар бушлай белем алыу хоҡуғына эйә
МХО-ла ҡатнашыусылар бушлай белем алыу хоҡуғына эйә

Мәсьәлә урта һөнәри белем биреүгә ҡағыла.

Дәүләт Думаһы 28 октябрҙә пленар ултырышта «Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында» законға төҙәтмәне ҡарай. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға колледжда йәки техникумда түләүһеҙ икенсе урта профессиональ белем алыу хоҡуғын биреүгә ҡағыла.

Бынан алдараҡ Дәүләт Думаһы махсус операция яугирҙәренә белем алыуҙы ябайлаштырыуға йүнәлтелгән бер нисә закон ҡабул итте. Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин билдәләүенсә, был саралар «илде яҡлаусылар өсөн белем алыу мөмкинлеген арттырырға, шулай уҡ хеҙмәт тамамланғандан һуң уларға тиҙерәк яраҡлашырға мөмкинлек бирергә тейеш».

Дәүләт Думаһында белдереүҙәренсә, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү эше тәүге урында тора. Бөгөнгә ошо маҡсатта 145 закон ҡабул ителгән, даими камиллаштырылған система булдырылған.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостан МХО яугирҙәрен реабилитациялау буйынса алдынғы урынды биләй.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-10-27/uchastnikam-svo-hotyat-predostavit-pravo-na-vtoroe-besplatnoe-obrazovanie-4443198 

 

Фото: Рәсәй Дәүләт Думаһы/ duma.gov.ru  

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас