– Әлбиттә таныштарым, ауылдаштарым һәм ғөмүмән әйткәндә һалдаттарыбыҙҙың яҙмышына битараф булмағандарҙың бөтәһе ярҙамы менән эшләнеп килгән шәмдәрҙе мин егеттәрҙең иҫәнлектә, именлектә тыуған йорттарына ҡайтыуҙарын теләп, доғалар уҡып әҙерләйем. Әҙерләнгән шәмдәрҙең күп өлөшө яугирҙәребеҙгә тапшырылды ла инде. Окоп шәмдәре егеттәр өсөн бик кәрәкле әйбер, яҡтылыҡ та, йылылыҡ та килтереүсе булып тора, ул йылынырға ғына түгел, ә аш-һыу әҙерләргә, ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе киптерергә лә ярҙам итә. Шуға күрә лә был изге эшкә ҡушылған һәр кемгә оло рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм, – ти ул.
Райхан Вәлиулла ҡыҙы эште тәүҙә тимер банкалар йыйыуҙан башлай. Әлеге лә баяғы таныштарының, таныш булмағандарҙың да банкалар алып килеүе, аҡсалата ярҙам күрһәтеүҙәре, ҡулланыуҙа кәрәк булған картондар, башҡа төрлө кәрәк-яраҡтарҙы әҙерләп биреүселәрҙең күп булыуы уға тағы ла дәрт кенә өҫтәй. Тимер банкалар йыйыу өсөн төрлө урындарҙа махсус һауыттар ултыртып сыҡҡан тырыш ҡатын йыйылған аҡсаға парафиндар һәм балауыҙ һатып ала. Шулай уҡ бындай ярҙамды ситтә йәшәүселәр ҙә «онлайн» рәүештә күрһәтеп тора.
Шәмдәрҙе әҙерләү өсөн үҙ ихатаһында урынлашҡан гараждағы бүлмәлә бөтә уңайлыҡтарҙы булдырған Райхан апай бар тырышлығын һалып, күңел йылыһын өләшеп, тырышып эшләй. Әҙ генә буш ваҡыты килеп сыҡҡанда ла ул нәҡ ошо шәмдәр менән булыша икән. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай тигән мәҡәлгә таянып, ошондай үткен дә, тырыш та, үҙ маҡсатына һәр ваҡыт ирешә алған, барлыҡ йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнашҡан яҡташыбыҙға рәхмәт әйтеп, уға уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!