М.Шайморатов исемендәге батальон, Ырымбур батальоны “Яйыҡ”, 31-се Башҡорт полкы, Һарытау танкыға ҡаршы дивизионы, татар батальоны“Алға”, Донецк халыҡ республикаһында урынлашҡан һауа һөжүменә ҡаршы Алкин часы – ҡайҙа яҡташтарыбыҙ хеҙмәт итә, Венер Яҡупов шунда.
– Яҡташтарға ылау ташып, ЛНР, ДНР, Запорожье, Херсондың бөтә фронт һыҙығын урап үтәм, барыһына ла ярҙам итергә тырышам, – ти махсус хәрби операция башланған осорҙа Херсонда дошмандарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнашҡан “Бугор” позывнойлы билдәле ирекмән, әүҙем йәмәғәтсе. – Дөйөм Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн барыһын да эшләү, районда һәм республикабыҙҙа йәшәүселәрҙе берләштереү әлеге осорҙа иң мөһим бурыс, тип иҫәпләйем.
РФ ЭЭМ Башҡортостандағы Эске ғәскәрҙәр туғанлығының Йылайыр бүлексәһе етәксеһе, Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Венер Яҡуповҡа ҡарап, нисек ул барыһына ла өлгөрә, ҡайҙан көс ала икән, тип уйлайһың. Иңендә бихисап йөкләмә, бурыс, эш. 1979 йылда Йылайыр районының Яманһаҙ ауылында тыуған егет башҡаса йәшәй ҙә алмайҙыр – илһөйәрлек, ярҙамсыллыҡ, яуаплылыҡ ҡанында. Бәләкәй сағынан эшкә шәп, өлгөр, тырыш Венер Яманһаҙ дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡығанында спортһыҙ бер көндө лә күҙ алдына килтермәй. Шул тиклем яратып йәйәүле туризмға бирелә, эргә-тирәлә йөрөмәгән урман, күтәрелмәгән тау ҡалмай. Тыуған ергә һөйөү бейек үрҙәрҙе, ғорур ҡаяларҙы артылыуҙан, тәрән һыулы йылғаларҙы кисеүҙән башланһа, бер-береңә ярҙам итеү, туғанлыҡ хисе күңелендә иңде-иңгә терәп атлаған, ауыр саҡта ҡул һуҙған иптәштәренән, берҙәмлектән бөрөләнгәндер.
Венер мәктәптән һуң Мораҡ һөнәрселек училищеһын тамамлай, һуңынан армияға китә. Төньяҡ Кавказға, Ставрополь крайының Благодарный ҡалаһына, Рәсәй Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре сафына эләгә. Десант хәрби машинаһының тоҫҡаусы-операторы Венер Яҡупов тәүҙә – Дағстандағы ҡыҙыу нөктәлә, һуңынан Чечен Республикаһында дары еҫен еҫкәй. Армияла хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, ғаилә ҡора, "Башнефть" заводына эшкә инә (эше нефть-газ ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереүҙән ғибәрәт).
Өфө ҡалаһында төпләнһә лә, тыуған яғы менән бәйләнеште өҙмәгән Венер Ғилметдин улы “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының 2018 йылда ойошторолған Йылайыр бүлексәһенең әүҙем ағзаһына әйләнә. Рөстәм Ураҡов етәкләгән бүлексә үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, хәйриәлек, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына мемориаль таҡтаташтар ҡуйыу менән шөғөлләнә. Һуғыш ветерандарының ата-әсәләре менән йыш осрашалар, уҡыусыларға ҡыйыулыҡ дәрестәре үткәрәләр, уларҙың ҡарамағындағы Йылайыр коррекцион мәктәп-интернатына ла юлды һыуытмайҙар. Райондың йәштәр, физик культура һәм спорт бүлеге етәксеһе Фәрит Әбделмәнов менән берлектә төрлө ярыштар, эстафеталар, “Зарница”лар уҙғаралар.
Ә 2021 йылдың йәйендә Венер Яҡуповтың инициативаһы менән РФ ЭЭМ Башҡортостандағы Эске ғәскәрҙәр туғанлығының Йылайыр бүлексәһе булдырыла.
– Үҙем башлағас, етәксе ҡамытын да үҙем кейҙем, – ти Венер Ғилметдин улы. – “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһыныҡы кеүек, беҙҙең дә төп бурыс – балаларҙы, йәштәрҙе илһөйәрлек, тоғролоҡ, изгелек рухында тәрбиәләү. Юғары әхлаҡ, ғаилә ҡиммәттәре буш һүҙ түгел бит ул. Үҙебеҙҙең көс менән районда хәрби хәрәкәттәр ветерандарына бер нисә таҡтаташ ҡуйҙыҡ, Яманһаҙ, Юлдыбай һәм Йомағужа ауылдарында мемориал астыҡ. Шулай уҡ эске ғәскәрҙәр ветерандары көсө менән Йылайырҙа РФ ЭЭМ эске ғәскәрҙәренә стела һәм Йылайыр менән Юлдыбайҙа хәрби хәрәкәттәр ветерандарына мемориалдар асылды. Бөтә эштәр, сығымдар ветерандарҙың шәхси аҡсаһына башҡарыла.
Мин электән Йылайыр районында эске ғәскәрҙәр берләшмәһен асыу, бөтә ветерандарын бер урынға йыйыу уйы менән яндым. Һәм мин быға өлгәштем, тип иҫәпләйем. Беҙҙең сафтар көн һайын тиерлек тулылана.
Өфөлә йәшәү һәм эшләү, унан Йылайырҙағы бар нәмә менән етәкселек итеү еңел түгел. Йыш ҡына бөтәһенә лә өлгөрөү өсөн ҡырҡҡа ярылырҙайһың. Әммә Йылайыр районында Александр Кукушкин, Илшат Ураҡов, Ришат Байегетов, Ғәлим Әбүбәкиров, Вәкил Таһиров, Фәрит Әбделмәнов кеүек иҫ киткес кешеләр, тоғро дуҫтар, иптәштәр, йәғни “хәрби туғандар" йәшәй. Урындағы бурыстарҙы хәл итеүҙә һәм ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүҙә уларҙың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Шулай уҡ Йылайыр ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Александр Годуленко беҙҙең менән бик тығыҙ эшләй. Мин элек райондың "Хәрби туғанлыҡ" етәксеһе Рөстәм Ураҡовтың урынбаҫары инем. Хәҙер "Хәрби туғанлыҡ" ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе, запастағы полковник Альберт Шаһиморатовтың урынбаҫары вазифаһын башҡарам. Шуға ла ойошманың күп мәсьәләләрен туранан-тура Өфөнән хәл итә алам.
Һәр кем менән тиҙ генә уртаҡ тел таба белгән, ихтирамлы, аралашыуҙа ябай Венер Ғилметдин улы шулай уҡ Өфө ҡалаһының Калинин районы буйынса "Хәрби туғанлыҡ"тың ағзаһы. Йылайырҙағы кеүек үк һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләренә, балалар приюттарына, инвалидтар йорттарына рухи һәм матди ярҙам күрһәтәләр, мемориаль таҡтаташтар ҡуялар. Ә инде махсус хәрби операция барышында Венерҙың гуманитар ярҙам йыйыу һәм алып барыу буйынса ирекмәнлек эшмәкәрлеген дә иҫәпкә алғанда, уның бар нәмәгә нисек өлгөрөүенә тағы ҡат-ҡат аптырайһың. Гуманитар ярҙамды алғы һыҙыҡҡа ҡырҡтан ашыу тапҡыр алып барған! Уның ойоштороу һәләте, тырышлығы һәм, әлбиттә, шәхси иғәнәләре ярҙамында яугирҙарыбыҙға бихисап маскировка селтәрҙәре, тепловизорҙар, дрон детекторҙары, “Мавик 3” квадрокоптерҙары, РЭБ станциялары, генераторҙар, мейестәр һәм башҡа күп нәмәләр һатып алына һәм батальондарға килтерелә.
Венер Яҡупов фронттан ҡайнар ғына килеш яугирҙарҙың сәләмдәрен алып ҡайта. Бынан тыш яҡташтары "Слон" һәм "Сармат" менән бергә "Bradley" трофей БМП-һының һыуытыу системаһы торбаһынан эшләгән ҡурайҙы - Республика Хәрби Дан музейына, МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙарҙың автографтары ҡуйылған Шайморатов байрағын Матрай мәктәбенең "Шайморатов класына" алып ҡайтып тапшырған. Осрашыуҙарҙа, дәрестәрҙә балаларға хәрби экспонаттарҙы күрһәтә, яраларға ҡанды туҡтатыусы турникеттар һалырға өйрәтә, хәрби хеҙмәткәрҙәр, үҙ-ара ярҙам итеү, яуаплылыҡ, илебеҙҙе яҡлаусыларға һәр ярҙамдың мөһимлеге тураһында һөйләй. Һәр һүҙе йөрәктән сыҡҡанға ла йөрәктәргә барып етә.
Баныу Ҡаһарманова.
«Йәшлек” № 43, 24.10.2025 йыл.