Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
19 Ноябрь 2025, 10:47
1

Ирекмәнлек уларҙың йөрәгендә

Йылайыр ауылының барлыҡ ирекмәндәрен бер майҙансыҡҡа йыйған шәп сара уҙҙы уҙған аҙнала. Был көндө район мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең фойеһы ысын мәғәнәһендә ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә ине. Зал буйлап ҡуйылған оҙон өҫтәлдең бер башында окоп шәмдәре ҡойорға өйрәтһәләр, икенсе осонда үлән сәйҙәрен махсус ҡаптарға тултырҙылар. Ә еҫе һуң! Мәтрүшкә, кейәү үләне, боланут һәм бөтнөк – мең төрлө сиргә дауа булған, тыуған ер һутын, көсөн үҙенә туплаған был файҙалы үҫемлектәр һис шикһеҙ яу яланындағыларға дәрт-дарман өҫтәр, бер мәлгә булһа ла һағыныу һағыштарын баҫыр, тибеҙ. Ҡосаҡ-ҡосаҡ кипкән үлән тотоп килгән “Тәңкәбикә” ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы вәкилдәре “Беренселәр хәрәкәте”нең егет һәм ҡыҙҙары менән берлектә был эште йәһәт кенә атҡарып та ҡуйҙы.

Ирекмәнлек уларҙың йөрәгендә
Ирекмәнлек уларҙың йөрәгендә

Районда уҙғарылған барлыҡ йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаусы өлкән быуын вәкилдәре ошонда уҡ маскировка селтәрҙәре үрҙе. Әйткәндәй, был эште улар күптән алып бара инде. Махсус таҫмаларға изге доға-теләктәрен дә ҡушып үрә улар. Барыһының да бары бер теләк – ил-донъялар тиҙерәк тынысланып китеп, яугирҙәрбеҙ тыуған яҡтарына, яҡындарына әйләнеп ҡайтһындар инде. Әйткәндәй, был көндө ирекмәндәр араһында махсус хәрби операциялағы һалдаттарыбыҙҙың ғаилә ағзаларын да осратырға мөмкин ине. Улар инде яу яланындағыларға ниндәй әйбер кәрәклеген теүәл белә һәм, әлбиттә, ошондай акцияны ойоштороусыларҙың барыһына ла сикһеҙ рәхмәтле. “Иңебеҙгә ятҡан ауыр һынауҙы күтәрешеүселәр булғанда күңелгә күпкә рәхәтерәк”, – тиҙәр ул. Ошонда уҡ “Ватанды һаҡлаусылар” фондының урындағы бүлексәһе етәксеһе Регина Йәнғәле ҡыҙы Әбделмәнова уларға теге йәки был мәсьәлә буйынса мәғлүмәт бирҙе, адреслы һорауҙарҙы ҡуйын дәфтәренә яҙып алды.
Районда гуманитар ярҙамды ойоштороуҙа алдынғылар рәтендә булған “Преображенск” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге лә был изге эштән бер нисек тә ситтә ҡала алманы. Махсус хәрби операция башланғаны бирле был ойошманан нисә маскировка селтәре, күпме кейем-һалым һәм әҙер аҙыҡ-түлек тупланмаһы оҙатылыуын улар үҙҙәре лә һанап ҡарамағандыр ул. Хәйер, барса яҡташ һалдаттарҙың тоғро дуҫына, кәрәк сағында кәңәшсеһенә, серҙәшенә әүерелгән Ғәлиә Хәйбулла ҡыҙы өсөн иң мөһиме фронтҡа ярҙам итеү, үҙе тирәләй шулай уҡ битараф булмаған изге йөрәкле иркемәндәрҙе туплау. Үҙенә күҙ төбәп килгән һәр береһен әсәйҙәрсә хәстәр менән үҙ ҡанаты аҫтына алған Ғәлиә апайға барыһы ла теләп ярҙам итә. Ошо юлы ла уның эргәһенән кеше өҙөлмәне, айырыуса уҡыусы балалар ҡорот, киптерелгән картуф иҙмәһен вакуумлау процессын ҡыҙыҡһынып күҙәтте, үҙҙәре лә эшләп ҡараны.
Ғөмүмән, эшһеҙ, шөғөлһөҙ күңелһеҙләнеп торған бер генә ирекмәнде лә осратманыҡ беҙ был көндө. Кемдер яугирҙәребеҙ өсөн дарыу препаттары алып килеп бирһә, бәғзеләр антидрон одеялға аҡса йыйҙы, йыуыныу-ҡырыныу әйберҙәрен, ойоҡ-нәскиҙәр тапшырҙы.
“Барыһы ла Еңеү өсөн” тигән дөйөм девиз төрлө быуын кешеләрен бер майҙанға йыйып ғына ҡалманы, ә бар йөрәктәр тибешен бер тулҡынға һалды, уй-теләктәребеҙҙе беректерҙе.

Автор фотоһы.

Автор: Зубаржат Гидиатова
Читайте нас