ХӘРБИҘӘРГӘ ЯРҘАМ
МХО контрактсылары хеҙмәт стажы өсөн пенсияның 100 проценты күләмендә компенсация аласаҡ.
Һүҙ Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәнгә тиклем төрлө көс структураларының пенсионерҙары булған Оборона министрлығы, Эске эштәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Федераль яза башҡарыу хеҙмәте, Росгвардия һәм башҡа хәрбиҙәр тураһында бара. Элек, контракт төҙөлгәндән һуң, улар пенсия алыу хоҡуғын юғалта ине, әммә хәҙер уны компенсация түләүҙәре рәүешендә аласаҡ. Бынан алда был түләүҙе Президент Хөкүмәткә Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ғына түләргә ҡушҡайны, ә хәҙер сик буйы төбәктәрендә Украина ҡораллы формированиеларының һөжүмен кире ҡаҡҡандарға ла бирелә. Ҡарар 2024 йылдың 6 авгусынан барлыҡҡа килгән хоҡуҡи мөнәсәбәттәргә ҡағыла һәм илдең именлеген яҡлаусы хәрбиҙәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
#КискеӨфө #ГеройҙарДәүере
Сығараҡ: https://vk.com/wall-36948678_12889