Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
3 Декабрь 2025, 14:30
1

Һалдаттарға именлек теләп

Юлдыбай мәҙәниәт йортонда үткән “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” исеме аҫтында сираттағы хәйриә концерты ла әлеге ваҡытта махсус операцияла хәрби бурыстарын үтәүсе һалдаттарға ярҙам итеү маҡсатында ойошторолдо һәм ялҡынлы рухы, тематикаһы менән айырылып торҙо. Сарала Юлдыбайҙар менән бер сәхнәлә ут күршеләре – Матрай ауылы һәүәҫкәрҙәре, уҡыусылар сығыш яһаны. Концерт патриотик рух менән һуғарылған йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.

Һалдаттарға именлек теләп
Һалдаттарға именлек теләп

Хәйриә концертын асып район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов яугир егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индереүсе юлдыбайҙарға рәхмәттәрен еткерҙе һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙҙе һәр ваҡыт иҫләргә бурыслыбыҙ тип белдерҙе. Юлдыбай ауылының әүҙем ирекмәндәренең береһе булған Вазифа Шәрипова менән Мәғәзирә Иҫәндәүләтоваға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдат әсәһе Мәүлиҙә Нәҙерғоловаға, ауылдың актив йәмәғәтсеһе Кинйәбулат Моталлаповҡа Почет грамоталарын тапшырып үтте.
Шулай уҡ был кистә ауылдың оло быуын вәкиле, ошо көндәрҙә үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләүсе Шәмсинур Әҙеһәм ҡыҙы Нәҙерғолова, иңгә-иң терәп бергә йәшәүҙәренә 50 йыл – алтын туйҙарын билдәләүсе Фәрит һәм Таңһылыу Амантаевтар, Сәғәҙәткирәй һәм Зөлфиә Дәүләтсуриндар, Фәрит һәм Гөлсирә Сырлыбаевтар ғаиләләре тәбрикләнде һәм район хакимиәте башлығы ҡулынан иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.
Мәҙәниәт йорто фойеһында “Һалдатҡа хат” патриотик акцияһы, тематик күргәҙмәләр һәм мастер кластар ойошторолдо.
Хәйриә концерты ҙур ойошҡанлыҡ менән бик матур һәм ялҡынлы үтте. Сарала ҡатнашыусы һәр кем Ватаныбыҙҙа тиҙерәк именлек, тыныслыҡ урынлашып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәр иҫән-һау Еңеү менән әйләнеп ҡайтһын тигән теләктә таралышты.

Автор фотолары.

Һалдаттарға именлек теләп
Һалдаттарға именлек теләп
Һалдаттарға именлек теләп
Автор: Розалия Такалова
Читайте нас