Бындай изге башланғыстың төп маҡсаты – ижад, йыр-моң теле аша яҡташ яугирҙәребеҙҙең рухын күтәреү һәм МХО биләмәһендә кәрәкле әйберҙәр алыу өсөн аҡса средстволары йыйыу. Сираттағы хәйриә концерты Матрай ауылының мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә уҙҙы. Әйтергә кәрәк, ирекмәнлек эшендә матрайҙар беҙҙең районда иң әүҙемдәр иҫәбендә. Гуманитар ярҙам йыйыу булһынмы, маскировка селтәрҙәрен үреүме – көтөп алған еңеүебеҙҙе яҡынайтыу өсөн бар көсөн һала берҙәм ауыл халҡы. Һуңғыһы буйынса, әйткәндәй, матрай уңғандары күптәргә үрнәк.
– Маскировка селтәрҙәрен үрә башлауыбыҙға йылдан ашты инде, – тип һөйләй әүҙем ирекмән апайҙарҙарҙың береһе Бүләкбикә Сәмиғулла ҡыҙы Аҡҡусҡарова. – Әлеге ваҡытта 12 кеше ҡалдырмай йөрөйбөҙ. Әлбиттә, ауыл ерендә йәшәгән һәр кемебеҙҙең йорт-ҡура мәшәҡәттәре етерлек, шулай ҙа көндөң ҡайһы ваҡытында ла йүгереп килеп китергә тырышабыҙ. Башта, өйрәнеп алғансы, яйыраҡ эшләй инек. Хәҙер ҡулдарға күҙҙәр эйәрмәй – күмәкләп тотонһаҡ бер көндө ике, өс сетка үреп ҡуябыҙ.
Баштараҡ матрайҙар сетканы 10*4 размеры менән үргәндәр, хәҙер күпкә ҡулайыраҡ 3*6 ҙурлығына күскәндәр. Сер түгел, ярайһы уҡ матди сығымдар ҙа талап итә был эш. Сетка үреүгә кәрәк-яраҡты матрайҙар маркетплейстан яҙҙырып алалар икән.
– Яугирҙәребеҙгә ярҙамға тип ойошторолған махсус чатта бөтә һорауҙарҙы бергәләп хәл итәбеҙ. МХО яугире ҡатыны, әүҙем ирекмән Айгөл Нәзирова бар эштәрҙе йәһәт кенә ойоштороп ебәрә, йыйылған аҡса буйынса отчеттарын да шунда уҡ һалып бара. Махсус операция биләмәһенә гуманитар ылау менән барып ҡайтҡан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Руслан Ислам улы ла егеттәребеҙҙең тәү сиратта нимәгә мохталыҡ кисереүен яҡшы белә һәм бар яҡлап беҙгә ярҙам итә, – тип дауам итә Бүләкбикә апай.
Хәйриә концерты башланыр алдынан да теләге булған һәр кем сетка үреү нескәлектәре менән таныша алды. Матрайҙарҙың төп маҡсаты – был эшкә мөмкин тиклем күберәк эшсе ҡулдарҙы йәлеп итеү. Сөнки бында яҡшы аңлайҙар – ни тиклем күберәк үрһәң, шул тиклем ғәзиз ғүмерҙәр һаҡланып ҡаласаҡ һәм яҡындары өсөн көн дә ут йотоп йәшәгән әсәйҙәр, ҡатындар, балалар үҙ яугирен көтөп аласаҡ.
Матрай, Байғужа, Яманһаҙ, Ҡашҡар ауылдары таланттары, Йылайыр мәҙәниәт һәм ял үҙәге әртистәре менән берлектә әҙерләнгән хәйриә концертында ла илһөйәрлек рухы менән һуғарылған йырҙар яңғыраны, ялҡынлы шиғырҙар уҡылды, еңеү көнөн ап-асыҡ күҙ алдына килтергән дәртле бейеүҙәр бейелде. Берсә хисләндергән, берсә уйландырған, хатта ки ҡушылып тыпырҙап китерҙәй дәртләндергән үҙенсәлекле тамаша барлыҡ йыйылыусыларҙың күңеленә хуш килде. Ә инде залда ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яҡташ яугирҙәрҙең дә ултырыуы был матур сараға тағы ла мәртәбә өҫтәне.
Матрайҙарҙы шулай уҡ район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов та сәләмләне.
– Махсус хәрби операция биләмәһендәге Йылайыр ир-егеттәренең барыһы ла – Ватанға һәм изге бурысына тоғро ысын яугирҙәр. Район халҡы яҡташтары менән ғорурлана һәм уларҙың тиҙерәк еңеп, тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуҙарын өмөтләнеп көтә. Концертҡа килеп, беҙҙең батырҙарыбыҙға теләктәшлек белдергән һәр кемгә рәхмәт, – тине үҙенең сығышында Борис Николаевич.
Форсаттан файҙаланып район хакимиәте башлығы күп йылдар дауамында Матрай ауылында әүҙем эшләп килгән “Илһам” халыҡ театры коллективына (етәксеһе – Мәүлиҙә Заманова) Республика халыҡ ижады үҙәгенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Бай репертуарлы халыҡ театры әллә күпме абруйлы конкурс-фестивалдәр лауреаты. Тамашасы “Илһам”дарҙың һәр премьераһын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Сәхнә оҫталарына артабан да емешле ижад теләйек.
Әйткәндәй, тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға менән бүлешәбеҙ. Матрайҙар “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында еңеүсе тип табылды. Тимәк, республикала районыбыҙ данын тап улар яҡлаясаҡ. Был мөһим эштә лә һынатмаҫ талантҡа бай, берҙәм матрайҙар.
Автор фотолары.