Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
18 Декабрь 2025, 15:23
1

Кешелектең иң ҡәҙерле бурысы – Әсә булыуҙа!

Эйе, бар донъяға йән өрөүсе, йәм биреүсе – әсә кеше. Сөнки балаға ғүмер бүләк итеү һәләте нәҡ уға бирелгән...Бөгөнгө яҙмабыҙ Ашҡаҙар ауылында йәшәүсе апай, биш балаға ғүмер бүләк иткән, яғымлы ла, изге күңелле лә Садиҡа Ишҡәле ҡыҙы Юламанова тураһында булыр. Һултантимер ауылында тыуып үҫкән ханым мәктәпте тамамлағас уҡытыусы һөнәрен һайлай. Ҡулына диплом алғандан һуң йүнәлтмә буйынса Ашҡаҙар ауылына эшкә килә. Ошонда буласаҡ тормош иптәше Ҡаҙырша ауылы егете Рәил ағай менән танышып, сәстәрен-сәскә бәйләй йәштәр.

Кешелектең иң ҡәҙерле бурысы – Әсә булыуҙа!
Кешелектең иң ҡәҙерле бурысы – Әсә булыуҙа!

Юламановтар Ашҡаҙар ауылында төпләнә, матур итеп йорт һалып сыға, мөхәббәт емештәре булып Миләүшә, Иштуған, Искәндәр, Шәүрә һәм Арыҫлан донъяға килә. Ишле ғаиләнең донъяһы ла ишле, ҡура тултырып мал, ҡош-ҡорт көтәләр. Балаларын да эшһөйәр, изге күңелле булырға өйрәткән улар. Һәр эште еренә еткереп башҡара Юламановтар.
Бөгөнгө ауыр ваҡиғалар был матур ғаиләне лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урап үтмәне, Иштуғандары махсус хәрби операцияһы барышында батырҙарса һәләк булды. Рәил ағай менән Садиҡа апайҙың күҙ ҡараһылай үҫтергән ҡолонсағы хәҙер инде беҙҙең һәр кемебеҙҙең йөрәгендә Герой булып мәңге һаҡланасаҡ.


– Иштуғаныма исемде үҙем һайланым, тормош иптәшем апайҙары араһында бер үҙе үҫкәнгәме, атаһына иш булһын тигән мәғәнәгә таянып Иштуған исемен үҙ иттем. Ысынлап та, иш булды... Атаһының уң ҡулы, терәк-таянысы, оло ярҙамсыһы булған Иштуғаныбыҙҙы туғандарыбыҙ ҙа бик яратты. Оҫта ҡуллы булды, техниканы һә тигәнсә йүнәтеп ҡуя ине. Ә инде уның һәр ваҡыт йылмайған йөҙө, ярҙам итергә әҙер булыуы, туған йәнле йөрәге беҙҙе һәр саҡ һоҡландыра ине. Уның булған яҡшы сифаттарын һөйләп кенә аңлатып булмай. Ҡәҙерле балаҡайым менән беҙ барыбыҙ ҙа ғорурланабыҙ, минең кеүек юғалтыуҙар кисергән әсәләр быны бик яҡшы аңлар... Бер кемгә лә насарлыҡ теләмәгән, бөтә эштең рәтен белеп үҫкән улыбыҙ тыныс ятһын, тип теләргә генә ҡала. Бер туғандарына ла ҙур маяҡ ине ул, ҡустыларына, һеңлеһенә, хатта апаһына ла ҙур терәк ине. Спортты яратты, волейбол, көрәш буйынса тик алдынғылар рәтендә булды. Һәр ғаиләләге бер балала ҡот була тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер, нәҡ беҙҙең Иштуғаныбыҙҙа булғандыр ошо ҡот тип уйлап ҡуям хәҙер... Сөнки Иштуған ҡайтып инһә, ҡот ҡайтҡандай була торғайны, – тип иҫтәлектәре менән уртаҡлаша герой әсәһе.


Балаларын олоно-оло, кесене-кесе итеп белергә өйрәткән Юламановтар юғалтыуҙы ауыр кисерә, шулай булыуға ҡарамаҫтан башҡа балаларынан йыуаныс, илһам алып, балаҡайҙарының киләсәгенә юлдар ярып йәшәй улар. Оло йөрәкле әсә ул Садиҡа апай, һынып ҡалмай. Ошондай юғалтыуҙар аша үткән әсәләргә сыҙамлыҡ, именлек теләп ултыра. – Бала ҡайғыларын күргәндәргә – сабырлыҡ, күрмәгәндәргә һис ҡасан ундай ҡайғыны күрмәүҙәрен, донъяларыбыҙ тиҙерәк тынысланһын тип теләйем, – ти ул.
Буталсыҡ, ауыр заманда йәшәйбеҙ, ата-олатайҙырыбыҙ һөйләгәндәренән генә ишетеп үҫкән һуғыш афәтен үҙ иңебеҙҙә тоябыҙ, бик ҡыҙғаныс, әлбиттә... Һыу һөлөгө кеүек йәш кенә егеттәребеҙ махсус операцияла һәләк була, тәҡдирме был, яҙмышмы...


Халыҡта «Яҡты донъяла күпме йәшәүең мөһим түгел, ә ул ғүмерҙе нисек үтеүең мөһим» тип тә әйтәләр, бәлки дөрөҫтөр ҙә... Беҙҙең геройыбыҙ Иштуғандың да ғүмере ҡыҫҡа, ләкин лайыҡлы булды. Ватан алдындағы бурысын ул намыҫлы үтәне. Уның батырлығы киләсәк быуын өсөн өлгө булып тора. Ул Ватаны, беҙҙең киләсәгебеҙ өсөн ғүмерен йәлләмәне.
Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа мәҡәләбеҙ геройы кеүек ауыр кисерештәрҙе тойған, татыған һәр әсәгә ныҡлы сәләмәтлек һәм түҙемлек теләйбеҙ! Садиҡа апай менән Рәил ағайға Хоҙай көс бирһен, ҡалған балаларының уңыштарына, бәхеттәренә ҡыуанып оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ!


Фото ғаилә архивынан алынды.

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас