Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
23 Декабрь 2025, 15:22
1

Оло йөрәкле ирекмән

Йөрәк һәм намыҫ ҡушыуы буйынса МХО-ға киткән яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүсе ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында яҙыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ...Юлдыбай ауылында йәшәүсе изге күңелле ҡатындарҙың береһе, оло йөрәкле ирекмән Фирҙәүес Ғәббәс ҡыҙы Иҫәндәүләтова әлеге ваҡытта хаҡлы ялда. Ял итеп кенә ултырырға яратмаған апай бөгөн тегеү клубын етәкләй, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн кейем һәм кәрәкле әйберҙәр тегергә ярҙам итә.

Оло йөрәкле ирекмән
Оло йөрәкле ирекмән

– Мин ябай ауыл кешеһе. Юлдыбай ауылында тыуып үҫтем, ошонда уҡыным. Артабан Баймаҡ ҡалаһында өс йыл тегеүсе һөнәрен үҙләштерҙем. Тыуған ауылыма ҡайтып «Көнкүреш хеҙмәттәре йорто»нда («Дом быта») 30 йыл дауамында кейем тегеүсе һәм ремонтлаусы булып эшләнем. Эшемде бик яратып башҡарҙым, коллективыбыҙ ҙа ҙур һәм татыу булды. Заказдарыбыҙ күп ине, ҡышын да, йәйен дә тегеү эше менән күңел биреп шөғөлләндек, курткалар, пальтолар һәм күлдәктәр тектек, – тип һөйләй Фирҙәүес Ғәббәс ҡыҙы.
Тырышып хеҙмәт иткән, үҙ эшенә яуаплы ҡараған бөгөнгө ирекмән үҙенең йәштәштәре менән совхоз эшендә лә ярҙам итеп өлгөргән, бесән сабыу, уңыш йыйыу, шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарын үләндән таҙартыу кеүек эштәрҙә ҡатнашырға тура килә уларға. Ауыл клубы ойошторған сараларҙан да ситтә ҡалмай ул ваҡыттағы йәштәр. Илебеҙҙә үҙгәрештәр осоро башланып киткәс, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар эшләгән ойошма ябыла, шуға күрә Фирҙәүес Ғәббәс ҡыҙына ла һөнәрен алмаштырырға тура килә.
– Артабан мин ун биш йыл социаль хеҙмәткәр булып эшләнем һәм хаҡлы ялға сыҡтым. Илебеҙ өсөн хәҙерге тынысһыҙ көндәрҙә мин ирекмән булырға һәм яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам йыйыуҙа ярҙам итергә ҡарар иттем. Өс йыл элек Ғәлиә Хәйбулла ҡыҙы Солтанованың саҡырыуы буйынса, мин кейем тегеү клубына килдем һәм шул көндән алып даими рәүештә бында эшләйем. Беҙҙең машиналар заманса, тегеү еңел һәм уңайлы. Ә иң мөһиме, беҙ ярҙамсыларым менән беҙҙең яугирҙәргә ярҙам итергә ашҡынып торабыҙ. Һуғыш тиҙерәк тамамланыуын, бөтәһе лә иҫән-һау өйҙәренә ҡайтыуын теләп, ҡул йылыһы менән әҙерләнгән әйберҙәрҙе уларға оҙатабыҙ, – тип өҫтәне ул.
Изге күңелле ирекмәндең һәр башланғысын хуплап торған матур ғаиләһе бар. Тормош иптәше Фәрүҡ Әхмәҙулла улы менән улар ике балаға ғүмер бүләк иткән. Балаларына ныҡлы тәрбиә, белем биреп оло тормош юлына баҫтырғандар.
Матур ғаиләгә именлек, бәхет теләйбеҙ, ә инде Фирҙәүес апайға эшләгән изгелектәре өсөн рәхмсәт һүҙҙәре еткерәбеҙ!

Фото Иҫәндәүләтовтарҙың ғаилә архивынан алынды.

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас