-10 °С
Ҡар
Ошо көндәрҙә мәктәптең Шайморатовсылары һәм «Беренселәр хәрәкәте» ойошмаһының әүҙем ҡатнашыусылары, директорҙың тәрбиә эше буйынса кәңәшсеһе Лилиә Игелекова менән берлектә «Һалдатҡа хат» акцияһын ойошторҙо. Балалар үҙ ҡулдары менән яҙылған хаттарына һүрәттәр һәм открыткалар өҫтәп һалды. Был хаттар махсус хәрби операция зонаһына ебәреләсәк.
Акция балаларҙа ғорурлыҡ тойғоһо уята, уҡыусылар һәр һалдаттың күңеленә йылылыҡ өҫтәп, изге теләктәрен юлланы. Уларҙың күбеһе ғүмерҙәрендә беренсе тапҡыр хат яҙҙы, шулай булыуға ҡарамаҫтан, һәр яугирҙе етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлап, уларҙы тыуған яҡтарында түҙемһеҙлек менән көтөүҙәрен һәм тиҙҙән Еңеү менән ҡайтыуҙарына ышаныуҙарын белдерҙе.