Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
16 Ғинуар , 10:03
1

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам

.

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам
Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү эше дауам итә

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителгән 2025 йыл тамамланһа ла, уларға ярҙам күрһәтеү дауам итә. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың яҡындары хаҡында хәстәрлек күреү республика идара итеү командаһының төп бурысы булып ҡала, тип билдәләне ул.

«Хәтерегеҙгә төшөрәм, әле беҙҙә 54 төбәк ярҙам сараһы ғәмәлдә. Улар тормоштоң төрлө өлкәләренә ҡағыла (мәғариф, социаль яҡлау, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм башҡалар). Былтыр 11 ярҙам сараһын булдырҙыҡ. Беҙ системалы рәүештә эшләргә мөмкинлек биргән һөҙөмтәле инфраструктура төҙөнөк. Киләсәктә лә уны камиллаштырырбыҙ. Мәҫәлән, махсуслаштырылған муниципаль ярҙам үҙәктәре. Бөгөн республиканың 27 районында һәм ҡалаһында бар, 2026 йылға тағы ла 36 үҙәк асыу планлаштырыла. Алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәр ғаиләләренең бер нәмәгә лә мохтаж түгеллеген белергә тейеш. МХО-ла яҡындарын юғалтҡандар, беҙ һәр ваҡыт янығыҙҙа булырбыҙ, һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмаҫбыҙ. Ә өйҙәренә ҡайтҡан яугирҙәргә тыныс тормошҡа тиҙерәк яраҡлашырға ярҙам итербеҙ. Был беҙҙең төп бурыс булып тора», — тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-01-15/v-bashkirii-budut-prodolzhat-podderzhivat-uchastnikov-svo-i-ih-semi-4538186 

 

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас