-19 °С
Болотло
Ратмир Мәүлиев һүҙҙәренсә, Өфөнөң район хакимиәттәре башлыҡтары уға фронтҡа гуманитар ылауҙы оҙатып барыу өсөн бер нисә көнгә ебәреүҙе һорап килә.
«Гуманитар йөктәрҙе алып барып тапшырырға, яугирҙәр менән аралашырға кәрәк. Әүҙем эшләйбеҙ. Бар көсөбөҙҙө күптән көтөлгән еңеүгә йүнәлтәбеҙ. Бөтә етәкселәр артабан бойомға ашырыу өсөн Мөрәжәғәтнамәнең тексын (Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика Дәүләт Йыйылышына – ред.) ентекле өйрәнергә тейеш», — тип билдәләне Ратмир Мәүлиев.