Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
17 Февраль , 14:56

Беҙҙекеләрҙән - сәк-сәк!

Тәмлекәстәр яугирҙәрҙең ризығына яҙһын. Афарин, ҡыҙҙар, апайҙар!

Беҙҙекеләрҙән - сәк-сәк!
Беҙҙекеләрҙән - сәк-сәк!

Матрай ауылының "Йәйғор" балалар баҡсаһы коллективы, Иҫке Яҡуп һәм Япарһаҙ ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙәр өсөн сәк-сәк бешерҙе.
Апайҙар, инәйҙәр һәм ҡыҙҙар бар күңел йылыһын, изге теләктәрен ҡушып бешергән тәмлекәстәрҙе бешереү "Ете ҡыҙ" йәмәғәт ойошмаһының Йылайыр районы буйынса бүлексә етәксеһе Айгөл Радимир ҡыҙы Назирова етәкселегендә үтте.
Был ярҙам тиҙҙән егеттәргә ебәреләсәк. Яугирҙәрҙең өй йылыһы менән бешерелгән ризыҡтарға айырыуса ҡыуаныуын беләбеҙ шуға күрә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡулдары менән әҙерләнгән тәмлекәстәр яугирҙәрҙең ризығына яҙһын, уларға тыуған яҡ сәләме булып барып етһен тигән изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!

Беҙҙекеләрҙән - сәк-сәк!
Беҙҙекеләрҙән - сәк-сәк!
Беҙҙекеләрҙән - сәк-сәк!
Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас