Бөтә яңылыҡтар

Ирекмәнлек уның йөрәгендә

Һуңғы ваҡытта ирекмәнлек темаһы ҙур әһәмиәткә эйә. Юлдыбай ауылынан Вазифа Шәрипова ла ирекмәнлек эшен үҙенең изге бурысы итеп алған.

Ирекмәнлек уның йөрәгендә
Ирекмәнлек уның йөрәгендә
  • Ауылыбыҙҙа илебеҙ һағында тороусы егеттәргә ярҙам итеү ниәтенән ойошторолған ирекмәндәр төркөмөнә 2023 йылдың ғинуар айынан йөрөйөм. Етәксебеҙ Гөлнара Далха ҡыҙы Рафиҡова  –  яугир әсәһе.  Төркөмөбөҙҙә яҡынса 13 кеше. Аҙнаның дүрт көнөндә –дүшәмбенән кесе йомаға  тиклем, көндөң тәүге яртыһында мәҙәниәт йорто фойеһында маскировка селтәрҙәре үрәбеҙ, яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыябыҙ. Маскировка селтәрҙәре бик кәрәк, уларҙы һалдаттарыбыҙ даими һорап тора.  Әле һикһән бишенсе селтәрҙе үреп бөтөп торабыҙ, һикһәне алғы һыҙыҡҡа оҙатылды. Ярҙамыбыҙ өсөн яугирҙәрҙән рәхмәт хаттары, шылтыратыуҙар алыу үҙе бер ҡыуаныс, тимәк, эшебеҙ юҡҡа түгел,  – тип һөйләй Вазифа апай.
  • Тулы материалды баҫмабыҙҙың 10-сы һанында уҡырһығыҙ
Ирекмәнлек уның йөрәгендә
Ирекмәнлек уның йөрәгендә
Автор: Розалия Такалова
Читайте нас