Туғандарының ниҙәр тойоп, ниҙәр кисереүен һәм алғы һыҙыҡта ярҙамдың ни тиклем мөһим икәнен аңлаған Ирина Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ойошторолған «Беренсе тирмә» ирекмәндәр проектына ҡушыла. Ике аҙна буйына ул Луганск госпиталдәренең береһендә яраланған яугирҙәргә ярҙам күрһәтә. Уның тормош иптәше, «Чили» позывнойлы яугир, әле алғы һыҙыҡта, улы иһә МХО ветераны.
«Яҡындары өсөн борсолоу уны өйҙә тоторға тейеш кеүек, әммә был Иринаны туҡтатмай. «Беренсе тирмә» проектында ҡатнашыусыларҙың ышанысы һәм сыҙамлығы яраланған егеттәрҙең рухын күтәрергә һәм хатта иң ҡатмарлы шарттарҙа ла өмөт бүләк итергә етә», — тип билдәләне Руслан Ғиләжетдинов.
Фото: Руслан Ғиләжетдинов | Учалы районы хакимиәте