Ауыл уттары
+17 °С
Облачно

Башҡортостан эҙәрмәндәре ете медальон тапҡан

Улар ярҙамында хәрбиҙәрҙең шәхесен асыҡларға мөмкин.

Башҡортостан эҙәрмәндәре һалдаттарҙың миҙалдарын тапшырыу өсөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың туғандарын эҙләй. Тулыраҡ Гөлфиә Мәҡсүтова репортажында.

Яугирҙар тураһында ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт, барыһы ла ошо ҡағыҙ битенә яҙылған. Уның исем-шәрифе һәм йәшәү урыны. Был төп мәғлүмәтте эҙәрмәндәр махсус капсуланан, һалдат медальонынан ала. Ғәҙәттә, медальондар пластмастан эшләнгән һәм эсенә пергамент ҡағыҙ һалынған. Был алым 1940 йылда һәләк булғандарҙың шәхесен асыҡлау өсөн булдырыла.

Башҡортостанда тыуып үҫкән ете һалдат медальонын эҙәрмәндәр отряды Тверь өлкәһендә тапҡан. Унда 1942 йылда ҡаты алыштар бара һәм 29-сы армия ҡамауға эләгә.

Хәҙер табылған артефакттар ярҙамында туғандары яугирҙарҙың ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа һәләк булғанын белә ала. Эҙәрмәндәр медальондарҙы һалдаттарҙың туғандарына тапшырырға әҙер, яугирҙарҙың береһенең яҡындары табыла, ә алтыһының туғандарын әле эҙләйҙәр.

Һалдаттар тураһында яҙылған мәғлүмәттә хата булыуы ла ихтимал, ти белгестәр. Сөнки, күп осраҡта, төрлө сәбәп буйынса мәғлүмәтте яҙыусы кеше, исем-шәрифте яҙғанда хата эшләүе мөмкин. Был яугирҙең шәхесен таныу һәм билдәләүҙе ауырайта әлбиттә, әммә был эштең төп өлөшө, ти белгестәр. Яу яланында һәләк булған яугирҙың туғандарына шәхси әйберҙәрен тапшырыу ҙа мөһим эш. Өфөлә 9 май алдынан тантаналы шарттарҙа яу яланында һәләк булған ветерандың ейәненә уның медальонын тапшырыу ҡарала.

Тулыраҡ видеояҙмала.

https://rutube.ru/video/eeaa6f6f99f833632dadd9be9c2d64b7/?r=plemwd 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас