Ауыл уттары
+24 °С
Облачно

Йылайыр үҙәкләштерелгән китапханаһында “Әсә һүҙе” китабының презентацияһы үтте.

Китап махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләре һәм ҡатындары ижад иткән шиғырҙарҙы берләштерә.  Был йыйынтыҡта хәрби операция барышында һәләк булған  яҡташыбыҙ Алексей Николаевич Синевтың әсәһе, Лидия Ивановна яҙған  өс әҫәр ингән. Авторҙың улына арнап яҙылған шиғырҙары уға ҡарата сикһеҙ һөйөү, яугирҙең ҡаһарманлығы һәм хәтирәләр менән һуғарылған.

Йылайыр үҙәкләштерелгән китапханаһында “Әсә һүҙе” китабының презентацияһы үтте.Йылайыр үҙәкләштерелгән китапханаһында “Әсә һүҙе” китабының презентацияһы үтте.
Йылайыр үҙәкләштерелгән китапханаһында “Әсә һүҙе” китабының презентацияһы үтте.

Йыйынтыҡты төҙөү инициативаһы Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәһенән сыҡҡан. Проект «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы һәм «Бәхет биләмәһе» фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған. Идеяны Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең «Үҙ ғаилә ҡунаҡханаһы» проекты сиктәрендә тәҡдим иткәндәр. Йыйынтыҡта 61 авторҙың 154 шиғыры урын алған. Әҫәрҙәр республикабыҙҙың 27 районынан һәм ете ҡалаһынан килтерелгән. Рус, башҡорт, татар, мари һәм Башҡортостандың башҡа халыҡтары телдәрендәге шиғри юлдар мөхәббәт, ғорурлыҡ, ҡайғы һәм батырлыҡ тураһында һөйләй.

Йылайыр үҙәкләштерелгән китапханаһында “Әсә һүҙе” китабының презентацияһы үтте.
Йылайыр үҙәкләштерелгән китапханаһында “Әсә һүҙе” китабының презентацияһы үтте.
Автор:Розалия Такалова
Читайте нас