+29 °С
Облачно
«Башинформ»ға документты өйрәнгәндән һуң билдәле булыуынса, килешеү төҙөгән һәр кеше өсөн аралашсыға бер тапҡыр 689,6 мең һум түләнә. Шарттар буйынса, МХО-ға йәлеп итеүсенең 18 йәштән өлкән булыуы мотлаҡ. Түләүҙе йәлеп ителгән контрактсылар һанына ҡарап бер нисә тапҡыр алырға мөмкин.
Аҡса алыу өсөн мэрияға ғариза һәм документтар пакеты менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Контрактсының һәм уны хәрби хеҙмәткә йәлеп иткән кешенең паспорт, ИНН һәм СНИЛС күсермәләре талап ителә.
Ҡала ҡаҙнаһында түләүҙәр өсөн аҡса ҡаралған, тиелә документта.