Ауыл уттары
+19 °С
Ясно

МХО ветераны Айҙар Шәйәхмәтов идарасы кадрҙар резервына инде

Өфөнән махсус хәрби операция ветераны Башҡортостандың идарасы кадрҙар резервына инде. Тейешле бойороҡҡа республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

МХО ветераны Айҙар Шәйәхмәтов идарасы кадрҙар резервына индеМХО ветераны Айҙар Шәйәхмәтов идарасы кадрҙар резервына инде
МХО ветераны Айҙар Шәйәхмәтов идарасы кадрҙар резервына инде

МХО ветераны Айҙар Шәйәхмәтов Башҡортостандың идарасы кадрҙар резервына инде
Өфөнән махсус хәрби операция ветераны Башҡортостандың идарасы кадрҙар резервына инде. Тейешле бойороҡҡа республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Айҙар Шәйәхмәтов яңыраҡ фронттан ҡайтты. МХО биләмәһендә ул «Шаман» позывнойы менән Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон командирының хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары булып хеҙмәт итте.

Ул шулай уҡ «Башҡортостан геройҙары» программаһының йәмәғәт советы ағзаһы булып тора һәм «Геройҙар ваҡыты» федераль кадрҙар программаһында ҡатнаша.

Быйыл апрелдә Айҙар Шәйәхмәтов Башҡортостан Хөкүмәтенең республикабыҙҙан МХО ветерандарына һәм ҡатнашыусыларына, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса департамент етәксеһе итеп тәғәйенләнде.

 

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас