Медиайыйында ҡатнашыусыларҙы республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев сәләмләне. Форум программаһы хәҙерге замандың төп талаптарын үҙ эсенә ала. Хәрби комиссарҙар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, федераль эксперттар менән бергә хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә эшләү үҙенсәлектәрен һәм патриотизм мәсьәләләрен тикшерҙе. Өфөлә бөтә республиканан киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен йыйыу матур йолаға әйләнде.
Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең бер төркөмөнә тоғро хеҙмәте һәм юғары оҫталығы өсөн республика башлығының рәхмәт хаттары һәм дәүләт наградалары тапшырылды. Беҙҙең коллегабыҙ, Башҡортостан радиоһының легендар дикторы Нәйлә Ғәләүетдиноваға Салауат Юлаев ордены тапшырылды. Уның тауышы республиканың күп быуындарына таныш — Наилә Ғизетдин ҡыҙы 60 йылдан ашыу "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһына тоғро хеҙмәт итә. Әйткәндәй, "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһы быйыл үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын да билдәләй.
Медиайыйында ҡатнашыусылары өсөн бер нисә тематик майҙансыҡтар ойошторола . Махсус хәрби операция шарттарында журналистарҙың эше, патриотик тәрбиә һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау мәсьәләләре, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге майҙансығында һүҙ йәштәрҙе интернеттағы деструктив йоғонтонан һаҡлау, экстремизмға һәм заманса мәғлүмәт хәүефенә ҡаршы тороу мәсьәләләре тикшереләсәк. Айырым секция Яһалма интелектҡа бағышлана. Эксперттар яңы технологияларҙың редакцияларға контент булдырырға, мәғлүмәт менән эшләргә һәм аудитория менән аралашырға нисек ярҙам итеүе хаҡында һөйләйәсәк.Медиафорумдың маҡсаты: республика өсөн көнүҙәк темаларҙы яҡтыртыуҙа журналистарҙың һөнәри оҫталығын һәм ижади әүҙемлеген арттырыу.