

"Хәйерле иртә, Башҡортостан!" тапшырыуында Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығы белгесе Ленария Ямалетдинова әйтеүенсә, мәғлүмәт бик күп булыу сәбәпле дрондар һөжүме йәки ракета янауы тураһындағы мәғлүмәттең һуңлауы ихтимал. Был мәсьәләне телефон ярҙамында хәл итергә мөмкин.
QR-код аша махус программа тиҙ арала хәүеф тураһында иҫкәртәсәк. Радий Хәбиров халыҡ араһында был мәғлүмәтте таратырға ҡушты. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, әле һауа торошо һәм пилотһыҙ осоу аппараттары хәүефе тураһында республика халҡы "112 тиҙ ярҙам" һәм "МЧС России" мобиль ҡушымтаһы аша белә ала. Мәғлүмәтте шулай уҡ "Макс" мессенжерындағы рәсми аккаунттар аша ла алырға мөмкин.