Ауыл уттары
+19 °С
Ясно
Барыһы ла Еңеү өсөн
12 Августа , 15:37

Республика халҡының махсус хәрби операция осорондағы

хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтары мәңгеләштерелә.

  12 августа төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ошо мәсьәлә буйынса Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы комиссияның тәүге ултырышын үткәрҙе һәм был эштең төп йүнәлештәрен билдәләне.

  💬 Атай-олатайҙарыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышы тураһында дөрөҫлөктө һаҡлаған һәм киләсәк быуындарға тапшырған кеүек, беҙ ҙә балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә бөгөнгө ваҡиғалар геройҙары тураһындағы хәтерҙе һәм хәҡиҡәтте тапшырырға тейешбеҙ.

  💬 Беҙҙең бурыс – бер батырлыҡтың да онотолмауы. Һәм беҙгә ваҡиғаларҙы һәм яугирҙарыбыҙҙың тарихын хәҙерҙән үк теүәл теркәргә кәрәк. Ышаныслыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн, был эште бында һәм хәҙер башҡарыу талап ителә. Биш-ун йылдан һуң был ҡатмарлыраҡ буласаҡ.

💬 Музей эшмәкәрлеге буйынса алдыбыҙҙа ҙур һорау тора. Хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтарына арналған айырым музей һис шикһеҙ кәрәк. Бындай учреждение һәр муниципалитетта булырға тейеш. Ул мәғлүмәтте киләсәк быуындар өсөн һаҡлаусы төп урын буласаҡ. 

💬 Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған мемориал проекты буйынса әҙерлек эштәрен башларға ваҡыт етте. Ул Өфөнөң Зорге урамында Спорт һарайы алдында урынлашасаҡ. Хәҙерҙән конкурс иғлан итергә кәрәк, ул бик күп ҡыҙыҡлы идеялар бирер, тип уйлайым.

💬 Архив эштәре буйынса идаралыҡ алдында ҙур күләмдә мәғлүмәт йыйыу һәм тейешле рәүештә эшкәртеү, кешеләр файҙалана алырлыҡ итеү бурысы тора. Айырым мәсьәлә – артефакттар, яугирҙарыбыҙҙың шәхси әйберҙәре. Улар музей экспозицияларында лайыҡлы урын биләргә тейеш.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас